ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Декабрь 2019, 13:04

Бил һынашты батырҙар

Милли көрәштең тарихы бик борондан килә. Башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән бер рәттән милли мәҙәниәтендә төп урын алған.

Ҙур ҡунаҡтарҙың килеүе лә (улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Фәнит Моратбакиев та бар ине) ярышҡа мәртәбә өҫтәне. Уның, «Яугир» ойошмаһы рәйесе Илһам Яҡуповтың, Мәләүез районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Илмира Фәйзуллинаның һәм башҡаларҙың сығыштарында батырҙарҙарға иң изге теләктәр яңғыраны.
Был ҙур сараны үткәреүгә предприятие һәм ойошма коллективтары, шәхси эшҡыуарҙар, урындағы депутаттар төрлө яҡлап ярҙам итте. Беҙҙең «Көнгәк» гәзите коллективы ла ситтә ҡалманы - приз алып бирҙе. Ул «Иң йәш номинацияһында» еңеүсе Рөстәм Әлмөхәмәтовҡа тапшырылды. Рамаҙан Юлмөхәмәтов, Марсель Мырҙагилдиндар (икеһе лә Смаҡ ауылынан) үҙ ауырлыҡтарында абсолют чемпион исемен яулап, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Призлы урын алыусылар ҙа бихисап ине: Марсель Фәйзуллин, Илназ Сыртланов (Богородский ауылы), Арыҫлан Әлимғужин, Флорид Мортазин, Ислам Кәшәфетдинов (9-сы гимназия), Асҡар Шәйәхмәтов, Илназ Зөбәйеров, Ибраһим Одинаев (Смаҡ ауылы).
Гимназияның спорт залы иртәнән кискә тиклем шау-гөр килеп торҙо. Көрәшергә сыҡҡан һәр ҡатнашыусы маҡтауға лайыҡ, сөнки көс майҙандағы һәр сығыш - ул тәжрибә, үҙеңдә ышаныс уятыу, юғары үрҙәргә юл. Әлбиттә, ныҡыш, сәмле, сәләмәт тормош алып барған уҡыусыларҙан тиҫтерҙәре үрнәк ала.
Ярыш иң көслөләрҙе асыҡланы, уларҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Киләһе йылда майҙанға тағы ла күберәк батыр сығыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: