ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
31 Ғинуар 2020, 19:02

Иң мөһиме – ҡатнашыу

Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһендә Скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр араһында инвалидтар ойошмаһы командаһы менән ярыш уҙғарылды. Киң танылған спорт төрөн башлыса хаҡлы ялдағылар үҙ иткән.

Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһендә Скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр араһында инвалидтар ойошмаһы командаһы менән ярыш уҙғарылды. Киң танылған спорт төрөн башлыса хаҡлы ялдағылар үҙ иткән.
Ярышты ир-егеттәр башланы. Мансур Насиров беренсе урынға сыҡты, Владимир Мокшанцев икенсе урын биләне, Ринат Дәүләтшин өсөнсө булып килде. Ике төркөмгә бүленеп, ярышты ҡатын-ҡыҙ дауам итте. 55 йәшкә тиклемге спортсылар араһынан Земфира Үтәгәноваға етеүсе булманы, Эльвира Мусина икенсе урын яуланы, Рәйлә Сәйетбатталова һәм Миләүшә Ишбулатова өсөнсө урындарҙы бүлеште. 55 йәштән өлкәндәр араһынан Заһиҙә Насирова менән Әлфиә Кәримова иң алдан килһә, Миңһылыу Мирзаянова - икенсе, өсөнсө урынды бер-береһенән ҡалышмайынса, Галина Капустина, Флүрә Әбләзова һәм Римма Хөсәйенова уртаҡлашты.
Ярышты ойоштороуҙа ярҙамы өсөн спорт мастеры Мансур Насиров, инвалидтар ойошмаһынан Миләүшә Ишбулатоваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм.
Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырғас, сара сәй табыны артында дауам итте.
Читайте нас: