ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Февраль 2020, 17:26

Уҡытыусының яҡты иҫтәлегенә

Яҡын кешеләренең генә түгел, ә хеҙмәттәштәренең, яҡташтарының күңелендә сағыу эҙ ҡалдырған кешеләр була. Николай Антошкин - шундайҙарҙың береһе. Бына ун өсөнсө йыл ҡалала уның иҫтәлегенә саңғы ярышы үткәрелә.

Яҡын кешеләренең генә түгел, ә хеҙмәттәштәренең, яҡташтарының күңелендә сағыу эҙ ҡалдырған кешеләр була. Николай Антошкин - шундайҙарҙың береһе. Бына ун өсөнсө йыл ҡалала уның иҫтәлегенә саңғы ярышы үткәрелә. Был сара ҡалала ойошторолған иң ҙур спорт байрамдарынан иҫәпләнә һәм унда уҡыусылар ғына түгел, өлкән йәштәгеләр ҙә теләп ҡатнаша.
Николай Иванович оҙаҡ йылдар 1-се мәктәптә физик культуранан уҡытты. Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барҙы ул. Ҙур спорт аренаһына сыҡҡан һәм шулай уҡ уның эҙенән киткән уҡыусылары байтаҡ. “Сәләмәтлек” саңғы базаһында уҙған ярышты асыу тантанаһында район хакимиәте эштәр идарасыһы Илнур Мөлөков, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, мәктәп директоры Венер Хәйбуллин шул хаҡта билдәләп үтте.
Уҡытыусы иҫтәлегенә ойошторолған спорт сараһында Антоновка, Богородский һәм ҡала мәктәптәренән 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Шулай итеп, көсөргәнешле ярышта 5-7-се класс ҡыҙҙары араһында беренсе урынға Элина Арыҫланова лайыҡ булды. Үҫмерҙәрҙән Радмир Шәйәхмәтов еңеүсе булды. 8-9-сы кластарҙан Динә Әхмәҙуллина һәм Айрат Имашевҡа етеүсе булманы. Был спортсыларҙың бөтәһе лә 4-се мәктәптән. 10-11-се кластар араһында Ульяна Белоусова һәм Никита Кунахович, икеһе лә 1-се мәктәп уҡыусыһы, еңеүсе исемен яуланы.
Ветерандарҙан Лариса Арыҫланова, Сәриә Килмөхәмәтова, Нина Ефимова, Илдус Мөхәмәтйәнов, Фәнил Аҡбирҙин призлы урын алды. Еңеүселәр һәм маҡтаулы урын алғандарҙың барыһы ла грамота һәм миҙал менән бүләкләнде.
Читайте нас: