ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Март 2020, 18:05

Мәргән уҡсы - Мәләүездә

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында “Яугир” ойошмаһы башланғысы менән “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин яндан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында “Яугир” ойошмаһы башланғысы менән “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин яндан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Сараны асып, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәктәп директоры Ләлә Рафиҡова ойошманың байтаҡ йылдар халыҡ араһында һыбай барған килеш һәм традицион яндан атыуҙы киң йәйелдереү менән шөғөлләнеүен билдәләне. Шуның менән төрлө йәштәге замандаштарыбыҙҙа тарихыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыуын, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Иң тәүҙә әҙернәнән атыу буйынса халыҡ-ара фестивалдәр еңеүсеһе гимназистарға халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө менән ҡасан мауыға башлауы хаҡында һөйләне. Юлай Ғәлиуллин 2013 йылдан яндан ата, 2016 йылда “Мәргән уҡсы” хәрәкәтен булдырған. “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы хәрби-тарихи клубы” төбәк йәмәғәт ойошмаһынан төрлө илдәрҙә үткәрелгән ярыштарҙа сығыш яһай. Һуңғы йылдарҙа йәйәнән атыу буйынса ошондай фестивалдәрҙе республиканың төрлө райондарында ойоштороуҙы яйға һалған. Йылдан-йыл унда ҡатнашырға теләүселәр һаны артыуы күҙәтелә. Бөгөн яндан атыу буйынса мәргәнлектә 500-ҙән ашыу бала үҙенең һәләтен һынаған һәм билдәле һөҙөмтәләргә өлгәшкән.
Уҡ атыу буйынса ярыштың төп шарттарының береһе - атыусының милли кейемдә булыуы. Шуға ла хәрәкәт етәксеһе үҙенең шәхси коллекцияһындағы кейемдәрен алып килгәйне. Уҡыусыларға уларҙың тәбиғи туҡыманан тегелергә, сәхнә кейеме булмаҫҡа тейешлеге тураһында ентекле һөйләне. Был көндә балалар ир-егеттәрҙең баш, өҫ кейемдәре, уларҙың тегелеше, тәғәйенләнеше хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә эйә булды.
Юлай Ғәлиуллин артабан йәйәнән атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа ян керешен тартып ҡына ҡалманы, һөҙөмтәләргә лә өлгәште. Шулай уҡ педагогтар ҙа үҙҙәрен мәргәнлектә һынаны.
Был сара, һис шикһеҙ, йәш быуынға башҡорт халҡы мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә тос өлөш индергәндер, тип ышанғы килә. Ә иң мөһиме, гимназияның спорт залында ойошма тарафынан уҡ атыу буйынса дәрес уҙғарырға шарттар булдырылды. Ошо уңайҙан Юлай Рәфҡәт улы 3 комплект уҡ һәм ян тапшырҙы. “Яугир” ойошмаһы рәйесе Илһам Яҡупов киләсәктә балаларҙың әҙернәнән атыу буйынса шөғөлләнергә мөмкинлек булдырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллинға рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: