ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Март 2020, 19:35

Алты чемпиондың бишеһе - мәләүездәр!

Татарстандың баш ҡалаһында милли көрәш буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Республиканың йыйылма командаһы составында Ергән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ете тәрбиәләнеүсеһе ҡатнашты.

Татарстандың баш ҡалаһында милли көрәш буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Республиканың йыйылма командаһы составында Ергән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ете тәрбиәләнеүсеһе ҡатнашты. Көсөргәнешле ярышта республиканан чемпион исеменә лайыҡ булған алты спортсының бишеһе мәләүездәр булыуы ҡыуаныслы. Ислам Әминев, Ислам Кәшәфетдинов (тренеры Айнур Хисаметдинов), Динислам Фәйзуллин (тренеры Илфат Байсурин), Арыҫлан Әлимғужин, Рамазан Юлмөхәмәтов, Марсель Мырҙагилдин (тренеры Илмир Юлмөхәмәтов) үҙ ауырлыҡ төркөмөндә яҡшы әҙерлек күрһәтеп, еңеүсе исемен яуланы.
Читайте нас: