ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Июнь 2020, 16:55

Әҙерлек тулы түгел

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгестәр муниципалитет вәкилдәре менән берлектә Нөгөш һыуһаҡлағысында һыу объекттарын, ҡотҡарыу өсөн ҡаралған матди-техник базаны тикшерҙе.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгестәр муниципалитет вәкилдәре менән берлектә Нөгөш һыуһаҡлағысында һыу объекттарын, ҡотҡарыу өсөн ҡаралған матди-техник базаны тикшерҙе. Улар рөхсәт документы, постың һәм штатта матростың булыуы, эш графигы, кәмә, ҡотҡарыу саралары, көн дә һыу һәм һауа температураһын күрһәткән мәғлүмәттең барлығына айырыуса иғтибар бирҙе. Элекке йылда йылға буйында урынлашҡан 18 ял йорто иҫәпләнгән, талаптарға яуап бирмәгән өсөн уларҙың һаны алтауға кәмегән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының урындағы өлкән дәүләт инспекторы Алексей Сорокин әйтеүенсә, ҡалғандарының әҙерлеге 10-20 процент тәшкил итә. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр өсөн ваҡыт бирелгән.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: