Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Июль 2020, 18:31
Республикала туризм үҫтереләсәк
«Башҡортостан» милли паркында «Күп төрлө Күперле» экология маршруты һәм «45 квартал» экокемпингындағы, «Бейектау» экоһуҡмағындағы яңы объекттар менән танышыу сараһы уҙҙы.
«Башҡортостан» милли паркында «Күп төрлө Күперле» экология маршруты һәм «45 квартал» экокемпингындағы, «Бейектау» экоһуҡмағындағы яңы объекттар менән танышыу сараһы уҙҙы. Ул «Экология» милли проектының «Биологик күп төрлөлөктө һаҡлау һәм туризмды үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә үтте. Сарала Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Фетисов ҡатнашты.
«Башҡортостан» - уҙған йылда «Экология» милли проекты сиктәрендә инфраструктураны үҫтереүгә беренселәрҙән булып аҡса алған илдең 8 паркының береһе. Бүленгән 12,5 миллион һум аҡсаға беседкалар, бәҙрәфтәр урынлаштырыу, 30 саҡрымдан ашыу туристик маршрутты, шул иҫәптән Күперле шарлауығын, Ҡотоҡ-Сумған мәмерйә комплексын йыһазландырыу ҡарала.
Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова республикала экотуризмды үҫтереү мөмкинлеге киң булыуын билдәләне. Проект 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Быйыл был йүнәлештә ҙур эш башлана, инвесторҙар йәлеп ителәсәк/
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?