ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Август 2020, 17:20

Балыҡ, ҡап, ҡап!

“Һәр кемдең ниндәй ҙә булһа шөғөлө бар. Мин үҙемде һәүәҫкәр балыҡсыларға индерәм. Бәләкәй саҡтан, үҙемде белә-белгәндән, балаҡты тубыҡҡа хәтлем төрөп, атай артынан ҡармаҡ тотоп йөрөгәнемде иҫләйем. Хәҙер инде ул ваҡыттан дүрт тиҫтә ваҡыт уҙҙы.

“Һәр кемдең ниндәй ҙә булһа шөғөлө бар. Мин үҙемде һәүәҫкәр балыҡсыларға индерәм. Бәләкәй саҡтан, үҙемде белә-белгәндән, балаҡты тубыҡҡа хәтлем төрөп, атай артынан ҡармаҡ тотоп йөрөгәнемде иҫләйем. Хәҙер инде ул ваҡыттан дүрт тиҫтә ваҡыт уҙҙы.
Йыраҡҡа гел иптәшләшеп, төнгөлөккә ҡалып йөрөргә тура килә, бергә күңеллерәк тә. Андреичты осратҡансы, ниндәй генә балыҡсылар менән танышырға тура килмәне. Берәүһе барып етеү менән араҡы шешәһен ҡосаҡлап ала, ҡармаҡ тотоп йылға ситендә ултырыуҙы онотоп, усаҡ төбөнә ауа. Бергә барғас, гәпләшә-гәпләшә усаҡ яғыу, уха бешереүгә ни етә лә бит. Икенсеһе,(беҙ йыраҡҡа, Һаҡмар, Һалмыш йылғаһына йөрөйбөҙ) машинаға ултырыу менән “әүен баҙарына китә”, һөйләшергә лә яратмай, бергә ултырып ашау тураһында һүҙ ҙә юҡ, йөрөй шунда үҙ алдына йылға яры буйлап. Үҙемде хатта таксист итеп тоя башланым бер заман.
Андреич менән яңыраҡ тағы Ырымбур яғына барҙыҡ. Серәкәй, ләпәктәр быйыл ғүмерҙә булмағанса күп, таланылар ғына! Хет ҡортсоларҙың махсус эшләпәһен кей. Селәүгә лә, тере бәләкәй балыҡҡа ла, һыу төбө ҡармағына ҡарпытҡыс ҡуйып та суртан, ҡорман (лещ), алабуға, ажау, бурыш (подуст), опто(язь), опто (жерех) балығын тоттоҡ.
Һаҡмар - тулы һыулы йылға, яр буйында усаҡ яғыр өсөн ағас та күп, ҡондоҙҙар үткер теше менән ағастарҙы йыҡҡан ғына. Яр буйында үҙҙәренә һыуға эйеп төшөр өсөн шыуғалаҡтар яһаған. Ҡырағай тәбиғәт, көпә-көндөҙ ҡоралай ҙа күрҙек.
Беләһегеҙме, ни әйтергә теләгәйнем? Донъя күрәм тип, халыҡ ер аяғы ер сигенә саба. Үҙебеҙҙәге тәбиғәт хозурлығын асығыҙ, сәйәхәт итегеҙ!”
Читайте нас: