Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
25 Август 2020, 13:30

Ял итергә йыраҡ йөрөргә түгел

“Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, аҡҡа һыуҙарға ҡара...”. Курсташтың йырға һалған шиғырын күңелдән үткәреп, Һаҡмар йылғаһы буйында йөрөйөм. Ысынлап та, тормошта булған ауыр кисерештәрҙән һуң йылға буйында йөрөү, тәбиғәткә сығыу ҡайғылы кисерештәрҙе тарата кеүек. Яңғыҙың ғына тәбиғәт ҡосағында ҡалғас, тәү ҡарашҡа тирә-яҡтағы тынлыҡҡа хайран ҡалаһың. Тик ул тәү ҡарашҡа ғына шулай. Ана, ағастың иң бейек нөктәһенә ҡунаҡлаған балыҡсы ҡарсыға (кәлмәргән) үҙенең биләмәһен һаҡлай, сырылдатып бәләкәйерәк ҡоштарға ташланыуҙан да тартынмай, үҙенә табыш көтә.

Әбйәлил, Баймаҡ яғында башланып, Уралға ҡойған бай, мул йылғаға Ырымбур яғында һоҡланып ҡарап тороуым. Уның текә ярында төҙ ҡарт уҫаҡтар үҫә, дүрт-биш метр тәрәнлеккә киткән тамырлылары яҙғы ташҡында йылғаға ауған,(әллә ҡондоҙ кимереп, үҙенә ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләгән), “ана йығылам-бына йығылам” тип торғандары күп. “Элегерәк уларҙы йылға буйлап һал менән ағыҙып төҙөлөштә ҡулланғандар. Уҫаҡтан өй бүрәнәһе балауыҙҙай һап-һары була”. - Урман кешеһе булараҡ үҙемсә фекер йөрөтәм.
Йылғаның икенсе яры ваҡ ҡына таш менән ҡапланған, әйтерһең дә һыу инер өсөн махсус яһалған пляж кеүек. Шәп ағышлы йылға урыны менән шарлауыҡҡа әйләнә, томбойоҡтар үҫкән урында ҡурҡыныс булып өйөрөлөп китә. Лиана рәүешендәге үҫемлектәр һыу тулҡынында йыландай бөгөлә-һығыла, уларҙың ысын тере йән эйәһе икәнлегенә шик ҡалмай.
Кис еткәс, ҡараңғы болоттар ҡапыл күк йөҙөн ҡаплап алды. Киҫкен иҫкән ел усаҡ, фонарь яҡтыһына ваҡ ҡына бәләкәй күбәләктәрҙе ҡыуып килтерҙе. Урыҫса мотылек тип аталған бахырҡайҙар яҡтыға ташлана ла, шунда уҡ һәләк була. Тәжрибәле балыҡсы ап-аҡ булып һыу өҫтөн ҡаплаған күбәләктәрҙе фонарь менән яҡтыртып ҡарап, ихлас ҡыуана. Баҡтиһәң, бындай күренеш йылына бер-ике генә мәртәбә була, икенсенән, мул емгә балыҡ һәйбәт ҡарпыясаҡ, табыш та мул буласаҡ. Иртәгәһенә һыуҙан ажау, опто, өс килолай тартҡан һыла балығын һөйрәп сығарғас, йомшаҡ һыулы серле Һаҡмарға ғашиҡ булаһың.
Һеҙ ҡасан һуңғы тапҡыр тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанығыҙ бар? Хозур йәйҙең эҫе көндәрендә һыу инергә, дарыу үләндәре йыйырғамы? Бәлки шөшлөк ҡыҙҙырырғалыр. Тағы? Төнөн үҙенең парын эҙләп ҡысҡырған ата ҡоралайҙың тауышын ишетергә, таңын һыулауға төшкән ҡабан ғаиләһен күргегеҙ килһә, тәбиғәткә йышыраҡ сығығыҙ, йәнегеҙгә ял алығыҙ.
Читайте нас: