ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Октябрь 2020, 14:50

Спортсылар еңеүен Республика көнөнә арнаны

“Толпар” ат-спорты комплексы стадионында конкур, йәғни ҡаршылыҡтарҙы үтеү буйынса ярыш үтте. Унда беҙҙең ҡаланың һәм Стәрлетамаҡтың “Барселона” спорт йәмғиәте спортсылары көс һынашты. Ҡырҡ һигеҙ стартта 9-ҙан 30 йәшкә тиклем 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы көнө айҡанлы ҡалала спорт саралары уҙҙы
“Толпар” ат-спорты комплексы стадионында конкур, йәғни ҡаршылыҡтарҙы үтеү буйынса ярыш үтте. Унда беҙҙең ҡаланың һәм Стәрлетамаҡтың “Барселона” спорт йәмғиәте спортсылары көс һынашты. Ҡырҡ һигеҙ стартта 9-ҙан 30 йәшкә тиклем 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашты.
Конкур – ул билдәле бер тәртиптә, ҡатмарлылыҡта һәм бейеклектә урынлаштырылған ҡаршылыҡтарҙы еңеү буйынса ярыш. Ат спортының бик тамашалы төрө тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Уңышҡа өлгәшеү өсөн спортсының һәм аттың ныҡышмалы, оҙайлы күнекмә үтеүе мөһим.
Шулай итеп, “Беренсе конкур”ҙа 110 сантиметрға тиклем бейеклекте үтеүҙә беренсе урынды “Эгзам” ҡушаматлы саптарҙа Даниил Кузнецов яуланы. Ҡалған ике урынға “Дейвис”та Яна Плеханова һәм “Наварх”та Екатерина Наумкина лайыҡ булды. Яна Плеханова һәм Егор Бабенко 2-се өлкәндәр разряды нормативын үтәне.
“Икенсе конкур”ҙа (100 сантиметрға тиклем) балалар төркөмөндә Елизавета Малахова – беренсе, Данна Дмитриева икенсе урын алды. Дөйөм иҫәптә Екатерина Наумкина беренселекте бирмәне. Өсөнсө өлкәндәр разряды нормативын үтәп, Екатерина Голанскова икенсе урынға лайыҡ булды.
“Өсөнсө конкур”ҙа (90 сантиметрға тиклем) Аделина Солтангәрәева, Софья Кочеткова, Юныс Ҡотошев маҡтаулы урындарҙы яуланы. Рафаэль Хәйбуллин беренсе үҫмерҙәр разряды нормативын үтәне. Дөйөм зачетта Екатерина Голанскова, Зарина Исаева, Юлия Беляшова призер исемен алды.
70 сантиметрға тиклемге ҡаршылыҡты үтеүҙә Валерия Романова, Давид Булатов, Егор Свяжин беренсе, икенсе, өсөнсө урындарға сыҡты. Дөйөм иҫәптә был юлы беренселек “Барселона” ат спорты комплексынан Юлия Судницынаға эләкте. Икенсе-өсөнсө урындарҙы “Толпар”ҙан Екатерина Гонсалес яуланы.
50 сантиметрға тиклем бейеклекте пониҙарҙа Анна Лукьянова, Лада Подлубная, Артур Айытҡолов уңышлы үтеп, призлы урындарҙы алды. Дөйөм иҫәптә Юлия Судницына, Адэлина Яугилдина, Мария Терехова юғары күрһәткестәргә өлгәште.
Ярыш һуңында еңеүселәр, спорт разрядтарын үтәүселәр ат-спорты комплексының һәм район хакимиәте спорт секторының Маҡтау грамоталары, миҙалдары һәм кубоктары менән бүләкләнде.
Был көндә шулай уҡ “Батыр” клубында йәйәнән атыу буйынса ярыш ойошҡанлыҡ менән үтте. Спортсылар үҙҙәренең бөтә оҫталығын, тырышлығын һалды. Һөҙөмтәлә юниорҙар араһында маҡтаулы урындарға Роман Евграфов (4-се мәктәп), Ринат Исхаҡов (8-се мәктәп), Максим Щербаков (3-сө гимназия), юниоркаларҙан Гөлнара Табаева (1-се мәктәп), Эвелина Таһирова (4-се мәктәп), Милана Кравченко (1-се гимназия) сыҡты.
Пандемиянан һуң тенниссылар ҙа беренсе тапҡыр “Батыр” клубында осрашты. Бер көн алдан гер күтәреүселәр көс һынашты. Ә спорт һарайында баскетбол, йөҙөү һәм бокс буйынса ярыштар ойошторолдо.
Читайте нас: