ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
10 Февраль 2021, 13:45

Кескәйҙәр сәләмәт тормош яҡлы!

Спорт һарайында күңелле сара үтте - унда кескәйҙәр “Беҙ - гагаринсылар” республика олимпиадаһы сиктәрендә ярышты. Был сара талантлы балаларҙы асыҡлау, уларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләттәрен үҫтереү, донъя тарихындағы мөһим ваҡиға, беренсе булып йыһанға осоусы хаҡында иҫтәлекте һаҡлауға иғтибарҙы йүнәлтеү маҡсатында йыл да ойошторола.

Спорт байрамын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡатнашты. Йәш быуынға һәр ваҡыт сәләмәт тормош алып барырға, физик культура менән дуҫ булырға саҡырҙы һәм еңеүгә ынтылыш, ихтыяр көсө теләне.
Билдәле булыуынса, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында үткән был мәртәбәле сара өс йүнәлеш, атап әйткәндә, полиолимпиада, ижад һәм физик культура буйынса локаль, муниципаль, республика кимәлендә уҙғарыла. Йыл һайын унда район-ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары әүҙем ҡатанаша һәм юғары күрһәткестәр яулай.
Быйыл да кескәйҙәр унда әүҙемлек күрһәтте. Физик культура буйынса олимпиадала 14 балалар баҡсаһынан 28 бала тиҙлеккә, һығылмалыҡҡа, таһыллыҡҡа һынау тотто. Уларҙың барыһының да еңеүгә ынтылышы шул тиклем ҙур ине, бер ҡаршылыҡ алдында ла баҙап ҡалмай, физик һәм рухи ныҡлыҡ күрһәттеләр. Шулай итеп, ярыш һөҙөмтәләре буйынса Йәсминә Сафуанова (16-сы балалар баҡсаһы) һәм Мирас Сәғитов (8-се балалар баҡсаһы) республика олимпиадаһының муниципаль этабы еңеүселәре, тип танылды. Икенсе урынға Есения Насирова (8-се балалар баҡсаһы), Тимур Вәлишин (19-сы балалар баҡсаһы), өсөнсөгә Лилиә Кашаева (21-се балалар баҡсаһы), Богдан Усманов (12-се балалар баҡсаһы) лайыҡ булды.
Читайте нас: