Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Июль 2022, 11:35

Тиҙҙән Шүлгәнташ музейы асыласаҡ

Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе илебеҙҙә ҙур танылыу алған мәмерйәләр иҫәбендә. “Бер көндә генә иң гүзәл тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан урынға сәйәхәт ҡылырға 500-гә яҡын турист килә”, - тип һөйләп торҙо былтыр экскурсовод ҡыҙ.

 

Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе илебеҙҙә ҙур танылыу алған мәмерйәләр иҫәбендә. “Бер көндә генә иң гүзәл тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан урынға сәйәхәт ҡылырға 500-гә яҡын турист килә”, - тип һөйләп торҙо былтыр экскурсовод ҡыҙ.

Ике тиҫтә йыл тәүге тапҡыр Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып бай тәҫьораттар менән ҡайтҡайным. Үҙебеҙ менән етенсе тиҫтәне ваҡлаған әсәйҙе алдыҡ, ун йәше лә тулмаған ҡусты машинала урын булмаһа ла, барырға ныҡышып үҙен эйәртергә ялбарҙы. “Һуң, әгәр “гаи”шниктар туҡтатһа, штраф сәпәһә?” - тип тә ҡарайбыҙ, ә уның үҙ туҡһаны  - туҡһан. “Формалағы кейемдә кешене күреү менән машинанан төшөрмөн дә йүгерермен”, - тип беҙҙе илатҡансы көлдөргән, үҙһүҙләнеп ныҡышҡан баланы үҙебеҙ менән эйәртергә тура килде.

Ул саҡта ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡунаҡхана, кафе-фәләндәр булмағандыр, иғтибарламағанмын. Урманда урынлашҡан тәбиғи музейҙы ҡарарға барғанда, йоҡларға ни палатка,  ни ашарға алмағанбыҙ.  Әл дә киң күңелле туғаныбыҙ, апайымдың класташы Рәсимә апай ҡунаҡтай ҡаршы алды, рәхмәт төшкөрө.

Тәбиғәт ҡомартҡыһына сәйәхәттән алған тәҫьораттар әле лә иҫтә. Маңлайҙағы фонарҙар дөм ҡараңғылыҡты ярып, алға барыр юлды яра, тирә-яҡтағы серле шаршауҙы асты. Иртәнге 11-ҙәр тирәһендә мәмерйәгә инеп биш сәғәттәй өй ҙурлығындағы тау-таштар араһынан арыуҙың ни икәнен белмәй йөрөнөк. Унда үткәргән ваҡыт арауығы йылтлап уҙҙы. Мәмерйәнең икенсе, өсөнсө ҡатына текә һикәлтәләр аша күтәрелеү, өҫкө ҡаттағы һөйәк сатнатырлыҡ төпһөҙ Зәңгәр күлдә ҡойоноп сығыу онотмаҫлыҡ тәҫьорат ҡалдырҙы.

Туристарҙың яратҡан урыны ул Шүлгәнташ, тип әйткәйнек инде. Шул хәтлем халыҡ ағымы уникаль тәбиғәт һәйкәленең микроклиматына, палеолит осорондағы тәүтормош кешеләренең һыҙып ҡалдырған иерогливтарына,  һынлы сәнғәт һүрәттәренең торошона тәҫир итмәй ҡалмай. Шуға ла һүрәттәрҙең яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген биреү шарттары маҡсат итеп ҡуйыла.

Ниһайәт, ҡурсаулыҡ биләмәһендә Шүлгәнташ мәмерйәһенең уникаль копияһы булдырылған, музей комплексы 9 июлдә үҙенең ишектәрен аса. Кемдең нисектер, кеше тарафынан тыуҙырылған сәнғәт өлгөләрен барып күреү, баһа биреү теләге көслө, сәйәхәтселәргә Рәсәй һәм сит ил ижадсыларының эше оҡшар тип уйлайым.

 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: