Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Август 2022, 17:40

Яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтайыҡ

Йәй- сәйәхәт, күңелле ял итеү осоро. Йыл буйы көтөп алған миҙгелдә һәр кем файҙалы итеп уҙғарырға, пландарын һәм хыялдарын тормошҡа ашырырға тырыша. Кемдер сит ҡитғаларға юлланһа, икенселәр үҙебеҙҙең республика, киң Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә сәфәр сюллана.

 

Йәй - сәйәхәт, күңелле ял итеү осоро. Йыл буйы көтөп алған миҙгелдә һәр кем файҙалы итеп уҙғарырға, пландарын һәм хыялдарын тормошҡа ашырырға тырыша. Кемдер сит ҡитғаларға юлланһа, икенселәр үҙебеҙҙең республика, киң Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә сәфәр сюллана. Интернет селтәрен киңләп, юлда, бигерәк тә поезда сәйәхәт итергә теләгәндәргә сәләмәт туҡланыу өсөн оҙағыраҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек исемлеген барланыҡ. Ҡыҙҙырылған  йәки бешкән тауыҡ итен икмәк киҫәгенә һалып йәки ләүәшкә төрөп алһаң уңайлы. Мундир картуф ике тәүлеккә тиклем һаҡлана. Йомортҡаны ла шул маҡсатта оҙағыраҡ ҡайнатып алһаң һәйбәт.  Ҡыяр, икмәктең сүпрәһеҙ бешерелгәне, (сохарый ), ыҫланған колбаса, иретелгән сыр, сәтләүек, кипкән емеш, банкалағы балалар аҙығы ла ярай. Ә бына ҡарбузды бәҙрәф юлын йыш тапамаҫ өсөн юлға алырға кәңәш итмәйҙәр, сөнки уның бәүел ҡыуҙырыу тәьҫире бар.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: