Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
25 Апрель 2023, 10:22

Башҡортостандың сәнәғәт туризмына булышлыҡ итеү стратегияһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

Республика Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамы менән Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған II Бөтә Рәсәй  сәнәғәт туризмы акселераторы еңеүсеһе була

Башҡортостандың сәнәғәт туризмына булышлыҡ итеү стратегияһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды
Башҡортостандың сәнәғәт туризмына булышлыҡ итеү стратегияһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

Конкурста Рәсәйҙең 39 төбәгенән барлығы 258 предприятие ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостандан һигеҙ компания бар, улар үҙҙәренең производстволарына экскурсиялар ойошторҙо. Был "Өфө" һәм "Промцентр" индустриаль парктары, «Ағиҙел» халыҡ һөнәрселек предприятиеһы, ПОЛИЭФ, "Благовещен икмәге" һәм Благовещен арматура заводы", шулай уҡ "Приуфимская ТЭЦ" һәм Павловка ГЭС-ы.

- Сәнәғәт туризмы республика предприятиеларының уңыштары тураһында һөйләргә, инвестицияларҙың йәлеп итеүсәнлеген һәм бренд тураһында мәғлүмәтте арттырырға, потенциаль хеҙмәткәрҙәрҙең карьера йүнәлешенә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирә, — тине Александр Шелдяев.

 

сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/164550

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: