Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Мәләүез тренеры республиканан бер миллион һум күләмендә ярҙам алды

«Ауыл тренеры»программаһы яҡшы эшләй

Мәләүез тренеры республиканан бер миллион һум күләмендә ярҙам алды
Мәләүез тренеры республиканан бер миллион һум күләмендә ярҙам алды

2018 йылдан Мәләүез гимнасткаларының төрлө турнирҙарҙа призлы урындар яулауы тураһында киң мәғлүмәт саралары аша даими ишетелә ине. Мәләүездәге бәләкәй йондоҙсоҡтарыбыҙҙың еңеүҙәре яҡташтарҙы ҡыуандыра һәм ҙур мегаполистарҙағы абруйлы дәғүәселәрҙе ихлас ғәжәпләндерә ине, сөнки улар ҡайһы берҙәре ҡалабыҙҙың исемен дә ишетмәгән була.

 Эстетик гимнастика спорттың иң матур һәм грациоз төрҙәренең береһе булып тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Мәләүез районында бер нисә йыл инде был перспективалы гимнастика йүнәлеше йылдам үҫешә.

2017 йылда “Чайка” балалар үҫмерҙәр спорт клубының тренер-уҡытыусыһы Екатерина Гайнцева үҙенең спорт гимнастикаһы секцияһын үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итә. Уның һүҙҙәренсә, спорт инфраструктураһын, эстетик гимнастиканы үҫтереү потенциалын күҙ уңында тотоп, балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең был йәш спорт төрө менән шөғөлләнергә теләүен тормошҡа ашырырға була.

Маҡсатҡа ынтылышы, ныҡлы белем багажы, лидерлыҡ сифаттары,үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бәләкәй гимнасткаларҙың уңыштарын Өфө, Мәскәү, Пермь һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа алҡышлайҙар.

Ә бит ете йыл самаһы элек, Екатеринаға 29 ғына йәш була. Улдары ла бәләкәй: Артемға - ете һәм Максимға ни бары йәш ярым була. Әммә тормош иптәше Сергейҙың, уның коллегаларының ярҙамы һәм тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙарҙың, ата-әсәләренең ярҙамы уны дәртләндерә. Еңеүҙәр, миҙалдар, кубоктар, сағыу фотосессиялар... Быларҙың барыһы артында ҡыҙҙарҙың һәм уларҙың хәстәрлекле, сабыр тренерының бик көсөргәнешле хеҙмәте тора. Быйыл февраль аҙағында талантлы тренерҙың дәүләттән «Ауыл тренеры»программаһы буйынса бирелгән бер миллион һумлыҡ сертификат алыуы ни тиклем ҡыуаныслы ваҡиға булды. Аҡсалата ярҙам Екатерина Васильевнаның профессиональ үҫешенә ынтылышында ҙур ярҙам булды. Тәжрибәле тәрбиәләнеүселәре хәҙер юғары кимәлдәге ярыштарҙа сығыш яһауға тағы ла яҡшыраҡ әҙерләнә!

Уларҙың күнекмәһен күреп, тренерҙың һәм уның бәләкәй йондоҙсоҡтарының янған күҙҙәрен күреп, бюджеттан һалынған аҡсаның мотлаҡ алтын кубоктар, миҙалдар рәүешендә ҡайтасағын аңлайһың. Әммә тағы ла мөһимерәге – был ярыштар физик һәм рухи яҡтан үҫешкән йәштәрҙең иңенә бәләкәй Ватанды һәм Рәсәйҙе үҫтереүҙең ҙур бурыстарын ҡуя.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл тренеры» программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикабыҙҙа тәүгә үткәрелеүе тураһында әйтеп уҙҙы. «Беҙ республика райондарында спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим. Тап шунда беҙҙең бөйөк атлеттар тыуа”. – тине ул.

Евгений Корнюшкин, район хакимиәтенең физик кульура һәм спорт бүлеге мөдире:

 - Программаның төп факторы - Башҡортостан республикаһы биләмәһендә урынлашҡан ауыл торлаҡ пункттарында, эшселәр ҡасабаларында, йә 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеген тормошҡа ашырыусы тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре биреү. Әйткәндәй, түләүҙәр маҡсатлы тәғәйенләнештә. Был исемлеккә торлаҡ (йорт йәки фатир) һатып алыу; торлаҡ йорт төҙөү өсөн ер участкаһы һатып алыу; торлаҡ йорт төҙөү; шәхси автотранспорт сараһы һатып алыу; юғары белем биреү программалары һәм өҫтәмә һөнәри программалар буйынса белем алыу инә. Ә 2024 йылдан ипотека торлаҡ кредиты буйынса йөкләмәләрҙе ҡаплау пункты өҫтәлде. Республика тәжрибәһе шул тиклем уңышлы була, уның нигеҙендә илебеҙҙең баш ҡалаһында «Ауыл тренеры» федераль программаһын әҙерләргә ҡарар ителә. Белешмә өсөн: дүрт йыл эсендә проект сиктәрендә 134 миллион 800 мең һумлыҡ 176 тренер түләү алды. 2020 йылда Башҡортостан Республикаһының 13 муниципаль районынан  - 34 тренер, 2021 йылда республиканың 10 муниципалитетынан  - 20 тренер, 2022 йылда республиканың 20 муниципаль районынан  - 49 тренер, 2023 йылда 12 муниципалитеттан 52 - тренер-уҡытыусы, ә быйыл 11 муниципаль райондан һәм ҡалаһынан 21 тренер-уҡытыусы түләү алды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, проект ярҙамында Башҡортостандың ауыл биләмәләрендә кадрҙар мәсьәләһе системалы хәл ителеп кенә ҡалмай, параллель рәүештә балалар-үҫмерҙәр спорты ла үҫешә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан "Мәләүез" үҙәк спорт клубы тренер-уҡытыусыһы Екатерина Гайнцева район хакимиәте башлығы Рөстәм  Шәмсетдинов ҡулынан ҡиммәтле сертификат алды.

Эльвира Подрядова фотоһы.

Мәләүез тренеры республиканан бер миллион һум күләмендә ярҙам алды
Мәләүез тренеры республиканан бер миллион һум күләмендә ярҙам алды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: