Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
31 Октябрь 2017, 12:49
Бөтә Союз пионерҙар ойошмаһына - 95 йыл
Иҫтәлекле датаға арналған слет үтте
Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында уҙған сарала ҡала пионерҙары ойошмаһы лидерҙары һәм активистары башҡарылған эштәр, яуланған уңыштар, фестивалдәр, байрамдар тураһында һөйләне. Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте башланыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Был көндә шулай уҡ ойошманың иң яҡшы пионерҙарына мәғариф идаралығының Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Сарала ҡатнашҡан “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Николай Бедняков һәм уның урынбаҫары Ғәлиә Кәримова балаларҙы байрам менән ҡотланы, уларҙы ветерандарға, оло йәштәгеләргә ярҙам итергә саҡырҙы. Николай Петрович йәш быуынды тәрбиәләүҙәге өлөшө һәм хеҙмәттәшлеге өсөн “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһын Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте ағзалары уйын үткәрҙе.
Яна Воробьева, 1-се гимназия уҡыусыһы.
Һүрәттә: Сәхнәлә - ойошманың әүҙем пионерҙары.
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?