ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
7 Ноябрь 2017, 11:45

Донъя тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиға

XX быуатта Рәсәй тарихындағы иң ҙур сәйәси ваҡиғаларҙың береһенә - Октябрь революцияһына - быйыл 100 йыл тулды.

Бөйөк Октябрь... Етмеш йылдан ашыу календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнде һәм илдең иң мөһим байрамы булып иҫәпләнде.
Был дата бөгөн дә актуаллеген юғалтмай, сөнки уны кешелек тарихындағы иң ҙур иҫтәлекле ваҡиғалар исемлегенән һис тә алып ташлап булмай. Ә иң мөһиме, Октябрь революцияһының әһәмиәтен аңлаған, уның ролен юғары баһалаған һәм күңелендә байрам тураһында сағыу хәтирәләр һаҡлаған быуын бар.
Тап ана шундайҙар йыйылғайны “Һуғыш балалары” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының урындағы бүлексәләре ойошторған тантаналы сараға.
РФ Коммунистар партияһы ҡала комитеты бюроһы ағзаһы, “Һуғыш балалары” йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Кәримова Рәсәй тарихы өсөн генә түгел, ә бөтә донъя тарихында һынылышлы булған ваҡиға менән тәбрикләп, РФ Коммунистар партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Юнир Ҡотлоғужин һәм “Һуғыш балалары” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы идаралығы рәйесе Александр Палтусовтың ҡотлау телеграммаларын уҡып ишеттерҙе.
“Һуғыш балалары” йәмғиәте пропагандисы Василий Немычников Октябрь революцияһының донъя тарихындағы роле тураһында сығыш яһаны. Революцияның маҡсатын, мөһим ҡаҙаныштарын билдәләне. Мәғлүм булыуынса, һынылыштың тәүге айҙарында уҡ беренсе тапҡыр 8 сәғәтлек эш көнө тураһында декрет ҡабул ителә. Рәсәй халыҡтарының тигеҙлеге, үҙбилдәләнешкә хоҡуғы тураһында декларацияға ҡул ҡуйыла. Бөтә милли һәм мәҙәни учреждениелар, халыҡ йолалары ирекле һәм тейелгеһеҙ тип иғлан ителә. Бушлай медицина ярҙамы, белем алыу булдырыла һәм башҡалар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының роле баһалап бөткөһөҙ. Ғөмүмән, бөгөнгө өлкән быуын оҙаҡ ваҡыт яҡты йылдарҙың килеүенә, коммунизмға ышанды. Ошо ышаныс, һис шикһеҙ, уларға Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға, хеҙмәт ҡаҙаныштарына ирешергә нигеҙ булды.
Был көндә “Һуғыш балалары” йәмғиәтенең һәм Коммунистар партияһының әүҙем ағзалары бүләкләнде.
Район-ҡаланың ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов үҙенең сығышында оло быуын вәкилдәрен, шул иҫәптән Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнгәндәрҙе ҡотлап, Ватан, дөйөм ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Бөйөк Октябрь революцияһы тураһында иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр, тине.
Тантаналы йыйылыш Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайының “Диско-шарм” студияһынан Рината Әғзәмова, балалар сәнғәт мәктәбенең “Задоринка” өлгөлө бейеү, Первомай мәҙәниәт йортонан “Йәнгүзәл”, “Һуғыш балалары” вокаль ансамблдәре кеүек һәм башҡа үҙешмәкәрҙәр ҡатнашлығында байрам концерты менән тамамланды. Сығыштарҙа илһөйәрлеккә, тыныс тормошҡа, дуҫлыҡҡа һәм татыулыҡҡа дан йырланды. Оло быуын вәкилдәренең күңелендә йәшлек рухы, яҡты киләсәккә ышанып йәшәгән йылдар тураһында сағыу хәтирәләр тантана итте.
Һүрәттә: “Һуғыш балалары” йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Кәримова РФ Коммунистар партияһы урындағы бүлексәһе секретары, Эске эштәр министрлығы ветераны Салауат Латиповты бүләкләй.
Автор фотоһы.
Читайте нас: