ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
2 Февраль 2018, 14:24

Батырлыҡ ғаиләлә тәрбиәләнә

Был алыш тарихта тағы бер илһөйәрлек битен мәңгеләштерҙе. 2000 йылдың 29февраленән 1 мартҡа ҡарата төндә 76-сы (Псков) дивизияның 104-се парашют-десантполкының 6-сы ротаһы һалдаттары Чечня Республикаһының Арғунға яҡын бейеклегендәподполковник Марк Евтюхин етәкселегендә дошмандың көслө ҡоралланған ойошмаһыменән бәрелештә ҡатнаша.

Был алыш тарихта тағы бер илһөйәрлек битен мәңгеләштерҙе. 2000 йылдың 29 февраленән 1 мартҡа ҡарата төндә 76-сы (Псков) дивизияның 104-се парашют-десант полкының 6-сы ротаһы һалдаттары Чечня Республикаһының Арғунға яҡын бейеклегендә подполковник Марк Евтюхин етәкселегендә дошмандың көслө ҡоралланған ойошмаһы менән бәрелештә ҡатнаша. Алыш төнгө 1-ҙән иртәнге бишкә тиклем дауам итә.
Һөжүм итеүселәр төрлө сығанаҡ буйынса 1,5-2,5 меңгә тиклем тәшкил итә, шуларҙың 370-тән алып 700-гә тиклеме юҡ ителә. Тигеҙ булмаған алышта Рәсәй армияһы ла 84 һалдатын, шул иҫәптән 13 офицерын юғалта. Ни бары 6 һалдат ҡына иҫән ҡала.
РФ Президенты ҡарары менән 22 яугир Рәсәй Геройы исеменә (шуларҙың 21-е - һәләк булғандан һуң), 69 һалдат Батырлыҡ Орденына (63-ө - һәләк булғандан һуң) лайыҡ була. Ҡанатлы пехотаның ҡаһарманлығы үҫеп килгән быуында илһөйәрлек символы булып һаҡлана.
Ошо дата айҡанлы район-ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар төрлө бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандар менән осраша, илһөйәрлек дәрестәрендә 6-сы рота һалдаттары ҡаһарманлығы тураһында әңгәмәләшә.
Айра Салауатова.
Читайте нас: