ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
21 Май 2018, 14:10

Өсмөйөшлө хат

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаясаҡ Үҙем һуғыш һәм тыл ветерандары ҡыҙы булғанға иң бөйөк, иң дәрәжәле байрамыбыҙ 9 май алдынан ҡәҙерле әсәйем Хәкимә һәм атайым Шәнгәрәй Күсмәевтарҙы хөрмәтләп иҫкә алыуҙы оло бурыс итеп ҡуйғанмын.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаясаҡ
Үҙем һуғыш һәм тыл ветерандары ҡыҙы булғанға иң бөйөк, иң дәрәжәле байрамыбыҙ 9 май алдынан ҡәҙерле әсәйем Хәкимә һәм атайым Шәнгәрәй Күсмәевтарҙы хөрмәтләп иҫкә алыуҙы оло бурыс итеп ҡуйғанмын. Беҙ ошондай етеш тормошта йәшәһен өсөн күпме көс түккәндәр. Уларҙың балалары, быны бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Аслыҡты, дәһшәтле һуғыш йылдарын кисереп, матур итеп донъя көтөп, балалар үҫтереп вафат булған атай-әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ.
Һуғыштан ҡайта алмағандар ҙа бихисап булған. Өләсәйҙәрем дә өсәр улын яуға оҙатҡан, тик алты егеттең береһе – атайым ғына - тере ҡалған.
Һүҙем шундайҙарҙың береһе Һәргәй ауылы егете Фәйзрахман Яманһарин хаҡында. Ул 1921 йылда Яҡшыбикә менән Исмәғилдең ҙур ғаиләһендә донъяға килгән. 1941 йылдың 4 октябрендә һуғышҡа алынып, 1942 йылдың 23 ноябрендә хәбәрһеҙ юғалған. Әсәһе Яҡшыбикә һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, Абдрахман, Фәйзрахман һәм Ибраһим исемле улдарын һуғыштан көтөп ала алмаған. Хәбәрһеҙ юғалған Фәйзрахманын ғүмер буйы көткән ул һәм һуңғы көнгәсә ҡайтырына өмөтләнеп йәшәгән. Яҡшыбикәнең ҡалған балалары нәҫел ишәйтеп донья көткән, балалар үҫтергән. Зәйтүнә ҡыҙының ейәне Розалия Ғәйетова интернет селтәренән бабайының өйгә яҙған һуңғы хатын эҙләп тапҡан, тик ул сит телдә булғас уҡый алмағандар. Ҡыҙ хатты апаһы Гүзәл Арыҫлановаға күрһәткән. Хат ғәрәп телендә яҙылған булған, уны иҫкесә таныған, әлеге көндә лә иҫән булған 92 йәшлек Нурия инәй Латипова башҡортсаға тәржемә иткән. Әгәр ҙә хат хужаһы был өсмөйөшлө ҡағыҙ киҫәген почтальонға биреп өлгөргән булһа, атай-әсәһенә үҙ ваҡытында алып уҡырға ла насип булыр ине, тик яҙмыш хатты етмеш йыл ситтә йөрөткән һәм бына ул - минең алдымда. Шундай тетрәткес, иҫәндәргә өлгө булырлыҡ хатты һеҙгә лә тәҡдим иткем килә.
Хат үҙгәртелмәй бирелә: “Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.
Һеҙ - иң һөйөклө атайым һәм әсәйем. Мин, улығыҙ Яманһарин Фәйзрәхман, бер күрергә зар булып, иң ҡыҙыу ялҡынлы сәләмдәр ебәреп ҡалам. Һәм Әбделмән, Әбделхаҡ ҡустыларыма бик күп сәләмдәремде бүләк итеп ебәреп ҡалам. Һәм дә Зәйтүнә, Фатима, Әминә һылыуҙарға барыһына ла бик күп сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Һәм күрше тирә-яҡҡа, бабай-инәйҙәргә, ағайҙарға-энеләргә, апайҙарға-һылыуҙарға, йәштәргә, мине яратҡандарға, иптәштәремә бөтөн булған сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Сәләм ошоноң менән тамам.
Хәҙер шул үҙемдең иҫәнлегемде белдереп яҙмаҡсы булам.
Атай, мин иҫән-һау ғына әле. Ну шулай булһа ла, минең менән күп кенә һалдаттар, фронтҡа 10-15 км ғына ятабыҙ. Минут, секунды менән әҙер торабыҙ. Беҙгә яҡын ғына снарядтар, бомбалар шартлай, ярылып ҡына тора, ер һелкенеп тора. Ну, атай, әйтеп булмай, иҫән ҡалырмын микән, үлеп ҡалырмын микән, әйтеп булмай. Уныһын Алла белә. Хоҙай ҡушҡанды күрергә тура килә инде. Һуғыш бит ҡаты бара.
Шулай булһа ла, беҙҙекеләр алға бара, немец артҡа сигә. Әгәр ҙә берәй еңел ранен булып ҡына сығып ҡайтмаһаң, әтеү тегеләй ҡайтырмын, тип уйлама. Әгәр ҙә өйгә ҡайтып, һеҙҙең менән күрешергә насип булһа, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине. Кем бәхетле шулар ғына әйләнеп ҡайтырҙар инде. Ну, атай, һеҙҙең бәхеткә генә ҡайтырға насип итһен инде. Иҫән ҡайтып күрешергә, һыҙғанып донья көтөргә насип итһен ине Хоҙай.
Атай, бүтән яҙыр һүҙем юҡ. Шулай булһа ла, күптәй күреп уҡығыҙ, яраймы, атай.
Только шуныһын әйтәм, мин хәҙер Калинин обласындағы фронтта Мәскәүҙән 400 км арыраҡ ерҙә Тайга урманында йәшәйбеҙ. Беҙ торған ер һаҙлыҡ, шыршы, ҡарағайлыҡ. Ирлән кеүек ер аҫтында, землянкала йәшәйбеҙ.
Бесәйҙән ҡурҡҡан сысҡан, шикелле.
Ну, атай, бер рәхәтләнер көндәр булырмы икән, юҡмы икән инде. Әгәр ҙә атай яныңа ҡайтып керһәм, ну донъяның ҡәҙерен белер инем. Ну, белмәйем шул. Әгәр ҙә атай мин ҡайта алмаһам, һеҙгә Хоҙай тәғәлә ярҙам бирһен инде, ҡартайған көнөгөҙҙә.
Атай, әсәй, хуш, һау булығыҙ.
Бүтән яҙырҙай һүҙем юҡ, хуш, һау, бәхил булып, рәхәт, шат йәшәүегеҙҙе теләп ҡалам. Хатты алыу менән хат яҙығыҙ, может иҫән һау булһам алып уҡырмын. Һеҙҙән йәшереп булмай, күңелгә ауыр булһа ла, белдереп яҙам.
Беҙ 23 ноябрь төнөн фронтҡа инәбеҙ, ни булһа ла шул инде. Әгәр ҙә ранен-фәлән булып сыҡһам тағы ла иҫәнлегемде белдереп хат яҙырмын.
Минең адрес:
Полевая почта 1526
Часть 611
Ямансарин Фәйзрахман. И.
Мин иҫән булмаһам унан үҙегеҙ генә ҡалырһығыҙ.
Хуш, хуш һау!
22 ноябрь 1942 г.”
Шундай тетрәндергес хат. Шуныһы аяныслы: хат яҙғандың иртәгәһенә хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында бойороҡ була һәм туғандарына ҡара ҡағыҙ килә. Ошо юлдарҙы уҡып үҙебеҙҙең тыныс, етеш тормошта йәшәүебеҙгә шөкөр итеп, яҙғандарым уларға доға булып барһын тигән теләктәмен.
Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.
Читайте нас: