ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
5 Июнь 2018, 14:49

Ауыл халҡы үткәне менән ғорурлана

Воскресенский ауылы тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә бай. Уның үткәне Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы, милли геройыбыҙ Салауат Юлаев, графиня Екатерина Толстая, заводсылар Иван Мясников, ағалы-энеле Твердышевтар кеүек һәм башҡа Рәсәй тарихында билдәле шәхестәр исеме менән бәйле.

Воскресенский ауылы тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә бай. Уның үткәне Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы, милли геройыбыҙ Салауат Юлаев, графиня Екатерина Толстая, заводсылар Иван Мясников, ағалы-энеле Твердышевтар кеүек һәм башҡа Рәсәй тарихында билдәле шәхестәр исеме менән бәйле. Ауыл халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана, арҙаҡлы шәхестәр яҙмышы, тораҡ пункты тарихы менән ҡыҙыҡһына, уны өйрәнә, йәш быуынға тапшырыуҙың төрлө юлдарын таба. Мәҙәниәт йортонда экспозиция-күргәҙмә залы асылыуы ла шуны дәлилләй.
Воскресенскийҙар музей йәки ошондай күргәҙмә залы ойоштороу тураһында күптән хыяллана ине. Ниһайәт, уларҙың был изге ниәте урындағы халыҡ һәм “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамында бойомға ашты.
Экспозиция-күргәҙмә залын асыу тантанаһында район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы башҡарма комитеты рәйесе Сергей Макаров, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Кувайцев, ял-мәҙәни үҙәге директоры Булат Биков ҡатнашты. Сығыш яһағандарҙың бөтәһе лә тарихи материалдар, документтар, экспонаттар йыйыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. Был иҫтәлекле көндә Елена Баранова, Александр Кувайцев, Василий Кобяков кеүек иң әүҙемдәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Күргәҙмә залы ярайһы ҙур һәм яҡты бүлмәгә урынлашҡан. Унда Бөйөк Ватан һуғышы осорона арналған экспозиция мөһим урын алған. Совет иленең фашистик Германияны еңеүендә воскресенскийҙарҙың өлөшө, ысын мәғәнәһендә, бик ҙур. Билдәле булыуынса, һуғыштың тәүге көндәрендә үк ауылда саҡырыу комиссияһы ойошторола һәм йәше, һаулығы буйынса яраҡлы, тип табылғандарҙы бер-бер артлы фронтҡа оҙата башлайҙар. Ауылдан бөтәһе 921 кеше һуғышта ҡатнаша. Шуның 487-һе яу яланында ятып ҡала. 298-е орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 2-һе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ.
Бынан тыш, Уралдағы иң тәүге баҡыр иретеү заводтарының береһе, дауахана, картина галереяһы, урман хужалығы һәм башҡа ойошмалар, учреждениелар тарихы тураһында һөйләгән стендтар, экспонаттар урынлашҡан. Күргәҙмә материалдар, ауылдың үткәне тураһында һөйләгән көнкүреш әйберҙәре, документтар йыйыу артабан да дауам итәсәк. Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Экспозиция залын асыу тантанаһы ауыл үҙешмәкәрҙәре әҙерләгән концерт менән тамамланды.
Һүрәттә: ауыл халҡы тәүге күргәҙмә-экспозия материалдары менән таныша.
Автор фотоһы.
Читайте нас: