ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
16 Октябрь 2018, 12:30

Салауат юлдарынан

26 сентябрҙә башҡорт зыялылары өсөн иҫтәлекле көндә батырыбыҙҙың 218 йыл элек вафат булған, баш ҡаланың Родина кинотеатры фойеһы милләттең аҫыл улдары һәм ҡыҙҙарының нурлы йөҙҙәренән яҡтырып, йәнләнеп киткәндәй.

Бында, “Салауат юлдарынан” исемле документаль фильмды тәүге тапҡыр күреү бәхете эләккәндәр йыйылғайны. Иң ҡыуаныслыһы - был тәрән йөкмәткеле, көслө рухлы кинотаҫманың донъя күреүе Рәсәй Президенты Путиндың махсус гранты менән бәйле. Бөгөнгө ерҙе имгәтеү, кешене алдау һәм иҙеү кеүек ғәҙелһеҙлектәр көсәйгән осорҙа Салауат образы һаҡлаусы һәм яҡлаусы батыр булараҡ асыла. Өфөнән Палдискиғаса ҡаты йәрәхәттәр алған, аяҡ-ҡулы бығаулы Юлай менән Салауат үткән юлдарҙан үтә киноэкспедиция ағзалары. Республиканың киноматографистар союзы рәйесе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәрит Ғәбитов етәкләгән команда 29 майҙа батырҙың тыуған ауылы Тәкәйҙә янсыҡтарға ҡәҙерләп һалынған ерҙе Рәсәйҙең 10, Эстонияның 2 ҡалаһында Салауатты иҫләгән һәм ҡәҙерләгән замандаштарыбыҙға тапшыра. Ә инде 16 июндә, батырҙың тыуған көнөндә изге аманат Палдискиҙа, Салауат һәйкәлен уралтҡан сәскәләр түтәленә һалына.
Бер сәғәт тә ун биш минут барған тамашаны тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел - Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Зөһрә Бураҡаева яҙған сценарийға йән һәм йәм өрөп режиссер Таңсулпан Бураҡаева тотҡондар кисергән тетрәндергес мәлдәрҙе тамашасыға еткерә алған. Юлай Аҙналин ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров, Салауаттың ғазаптарын ышаныслы күрһәткән Морат Рафиҡов тамашасы алҡыштарына һис шикһеҙ лайыҡлы, уҡыған, уйлағандар өсөн үрнәк булып тора.
Күренекле композитор Урал Иҙелбаев яҙған музыка ҡәбер шомлоғо һалмай, ә сабыр, ышаныслы һәм өмөтлө кисерештәр тыуҙыра.
Киноэкспедиция ағзаларының ихлас маҡтауына һәм режиссерҙың оло рәхмәтенә, фәнни консультант, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БДУ профессоры Мираҫ Иҙелбаев һис шикһеҙ, лайыҡ.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 82-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: