Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
23 Октябрь 2018, 11:25

Тарих биттәре буйлап

Халыҡ суды
1930 йылда район статусы алғандан һуң тәүге халыҡ судьяһы Муравьев етәкселегендә Мәләүез районы халыҡ суды эш башлай.
Ул ваҡытта Мәләүез ҡасабаһының Рыков, йәғни хәҙерге Гагарин урамындағы 20-се йортта урынлаша суд участкаһы, ә күрше бинала - прокуратура. Уларҙы дөйөм коридор тоташтыра. Октябрь революцияһына тиклем округта иң ҙур күн заводы хужаһы Давыдовтың йорто була ул.
А. Т.Чугунова Бөйөк Ватан һуғышына тиклем прокуратурала секретарь, һуғыш ваҡытында халыҡ судьяһы булып тора. 1951 йылдың ноябренән был урынды В. С. Иванов биләй, ә1960 йылдың декабрендә ул Мәләүез халыҡ судының рәйесе итеп һайлана һәм 21 йыл эшләй. Дөйөм алғанда 36 йыл хоҡуҡ һағында хеҙмәт итә һәм 1987 йылдан хаҡлы ялға китә.
1982 йылдан бөгөнгә тиклем район халыҡ суды Совет урамының 3-сө йортонда прокуратура бинаһы менән йәнәш урынлашҡан.
Мәләүез милицияһы
Оло йәштәгеләр 1919 йылдан эшләгән Ҙур (хәҙерге Ленин) урамындағы эске эштәр бүлеген иҫләйҙер әле. Октябрь революцияһына тиклем был иркен бер ҡатлы бина хужаһы билдәһеҙ була. Ҡаланың төп урамында ҙур тәҙрәле, бейек таш фундаментлы, сарлаҡта ла тәҙрә уйылған күркәм йортта, моғайын, бик хәлле кеше йәшәгәндер.
Ул ваҡытта эске эштәр бүлеген И. Ф. Николаев етәкләй. Яңы барлыҡҡа килгән милиция хеҙмәте тәжрибәһе булмай. Революция, граждандар һуғышы илде ныҡ ҡаҡшатҡан осорҙа хоҡуҡ һаҡлау, тәртип урынлаштырыу еңел булмай.


Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: