Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
9 Апрель 2019, 17:43

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышын парламент рәйесе Константин Толкачёв тарихи көн тип атаны

Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Әлфәрис Байсурин башҡорт телендә сығыш яһаны. Ул коллегаларына Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексына индереләсәк үҙгәреште хуплауҙарын һорап тап башҡортса мөрәжәғәт итте.

Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Әлфәрис Байсурин башҡорт телендә сығыш яһаны. Ул коллегаларына Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексына индереләсәк үҙгәреште хуплауҙарын һорап тап башҡортса мөрәжәғәт итте.

– Беҙҙең халҡыбыҙҙа аҡыллы әйтемдәр бихисап. Уларҙың береһе түбәндәгесә яңғырай: «Тәртип тупһанан башлана». Тағы ла береһе – «Гөлөң сәскә атмаһа, ҡояшҡа үпкәләмә, үҙеңә үпкәлә». Йорт алды биләмәләре – беҙҙең йортобоҙ тупһаһы. Тәртиптең нисек булыуы беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Тәҡдим ителгән закон проекты тап уңайлы йәшәү шарттарын формалаштырыуға йүнәлтелгән. Иң мөһиме – беҙ граждандарҙың күпселегенең мәнфәғәтенән сығып эш итәбеҙ. Хөрмәтле депутаттар, закон проектының көнүҙәклеген һәм индерелгән үҙгәрештәрҙең хоҡуҡ һаҡлау тәжрибәһе өсөн кәрәклеген иҫәпкә алып, ошо Закон проектын хуплауығыҙҙы һорайым, – тине Әлфәрис Байсурин.
Билдәләп үтәбеҙ, әле Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышы. Бығаса ултырыштарҙа республиканың икенсе дәүләт телендә сығыш яһау тәжрибәһе булманы. Техник яҡтан бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Бөгөнгө сығыш синхрон рәүештә рус теленә тәржемә ителде.
Парламент рәйесе Константин Толкачёв бынан һуң ошо был тәжрибә киң ҡулланыласағын һыҙыҡ аҫтына алды.
Бөгөн алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың туғыҙынсы (сираттан тыш) ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенең 2018 йылғы эшмәкәрлегенә отчёт тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе лә үҙ сығышын башҡорт халыҡ мәҡәле менән йомғаҡланы. «Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй», - тине ул һәм республика Хөкүмәте алдына күпкә юғары бурыс һәм талаптар билдәләне.



    Читайте нас: