Башҡорт халҡының бөйөк улы, донъя күләмендә танылған ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 129 йыл. Ул беҙгә күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе булараҡ билдәле.