Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
15 Февраль 2020, 19:04

Яҡты хәтер

15 февраль - яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Әгәр афғандарға рәсәйҙәр ярҙам ҡулы һуҙмаһа, бөгөн бөтә йәмәғәтселекте ҡурҡытҡан терроризм, экстремизм илебеҙҙә, бәлки, күптән тамыр йәйгән булыр ине.

Совет ғәскәрҙәре Афғанстан Республикаһында 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем була. 1988 йылдың майында Советтар Союзы ғәскәрҙәре илдән сығарыла башлай һәм 1989 йылдың 15 февралендә СССР армияһының һуңғы подразделениеһы ҡайтарыла. Ярты миллиондан ашыу совет һалдаты һәм офицерының яҙмышында тәрән эҙ ҡалдыра. Афған һуғышы беҙҙең республикабыҙҙы ла урап үтмәй. Унда Башҡортостандан 10 меңгә яҡын егет ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙа 343 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә.
Йәнде өшөткән әсе афған еленең шаңдауы беҙҙең районға ла килеп ҡағыла. 9 йыл да 1 ай һәм 12 кѳн һуҙылған Афғанстан һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙға мәңгелек дан һәм яҡты хәтер.
Быков Сергей Алексеевич – 28.09.1964-09.11.1984;
Ежов Юрий Иванович - 09.06.1967-04.09.1986;
Жиганов Виктор Григорьевич – 07.01.1961-01.12.1980;
Кәримов Миңлеғәли Нурғәли улы – 10.08.1961-03.08.1980;
Сәйетбатталов Әсхәт Рәфҡәт улы – 29.08.1968-09.11.1984;
Улядаров Виктор Петрович – 01.01.1963-01.05.1984;
Чепурнов Валерий Викторович – 17.09.1965-28.05.1984;
Шлычков Виктор Александрович – 28.09.1964-24.02.1986.
Читайте нас: