Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
11 Март 2020, 00:15

Еңеүҙә уның да өлөшө бар

Сабый саҡтан Бөйөк Ватан һуғышының бөтә михнәтен кисергән, бик иртә ололар менән бер рәттән ауыр эшкә егелгән, шуның менән Еңеүҙе яҡынайтҡан, һуғыштан һуңғы йылдарҙа емереклектәрҙе тергеҙеүҙә фиҙаҡәрлек күрһәткән Фәзмиә Әхмәтша ҡыҙы сикһеҙ хөрмәткә лайыҡ.

Фәзмиә Кантикова 1931 йылда Яңауылда ишле ғаиләлә кинйәбикә булып яҡты донъяға килә. Апаһы Мәфтуха, Ғәтифә, ағалары Әхмәтйән, Мөхәммәтйән, Миңләхмәт, Нуриәхмәт, Нурмөхәмәт, Нурулланың әсәһе Таибә төпсөгөн тапҡас, мандый алмай, вафат була. Итәк тулы бала менән ҡалған Әхмәтша олатай 1921 йылда Ҡыҙыл ауылдан ире һуғышта һәләк булған тол ҡатынды ала. Рауза өләсәй балаларҙы айырып ҡарамай, сабый ғына ҡалған Нуруллаға айырыуса әсә наҙын, һөйөүен тулыһынса бирергә тырыша. Әхмәтша олатайға килгәс, тапҡан биш баланың өсөһө ғүмерһеҙ була, Ҡорбанғәли, Ғариф, Сәлимә исемле балалары бәләкәй саҡта ауырып үлгән, тик ике ҡыҙ бала - Фәүзиә, Фәзмиә - буй еткерә.
Фәзмиә инәй атаһын иртә юғалтһа, әсәһенән ғүмер буйы айырылмай, олоғайған көнөндә лә 94 йәшенә тиклем оло һөйөү менән тәрбиәләй һәм бөгөн дә уларҙы айырыуса наҙ менән һағынып иҫкә ала. Фашист илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм иткәс, бер ғаиләнән 5 һалдат Тыуған ил һағына баҫа. Улар киткәндә “беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ” тиһәләр ҙә, ғәзиздәрен һуңғы тапҡыр күкрәктәренә ҡыҫып һөйөүҙәре була - береһе лә кире әйләнеп ҡайтмай. Фәзмиә Әхмәтша ҡыҙы һуғышта ятып ҡалған ағалары тураһында тыныс ҡына һөйләй алмай, күңел яралары һаман да ҡанһырап һыҡрай, йөрәге әрней.
Иҫ киткес көслө рухлы кеше Фәзмиә Кантикова, һәр ауырлыҡты ваҡытлыса, унан һуң еңеллек, еңеү, бәхет килә, Хоҙай барыһын да белә тип өмөт менән ҡабул итә.
Читайте нас: