Башҡорт халыҡ ижады репертуарында урын алыу нисбәте яғынан Салауат Юлаев шәхесен, тәбиғи, бүтән бер кем менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Башҡорт фольклорында уның образы үтеп ингән жанрҙар ғына ла үҙе бер төркөмдө тәшкил итә – эпос, ҡобайыр, йыр, легенда-риүәйәт, бәйет...
Быға тиклем халыҡ араһынан Салауатҡа ҡаҙылышлы йыйылған һәм бөгөнгө көндә йыйыла барған йырҙарҙың, легенда-риүәйәттәрҙең иҫәбе-һанына сығып бөтөрлөкмө икән? Легендар геойыбыҙ образын сағылдырған легенда-риүәйәттәрҙең ҡайһы берҙәре хатта үҙҙәренең традицион ҡалыптарынан да сығып та китә: йәғни, Салауат тураһында тулы йөкмәткеле, бөтөн сюжетлы, юғары пафослы әҫәрҙәрҙән тыш, тарихилыҡ һыҙаттарын һәм художестволы уйҙырмаларын да һаҡлаған, әммә сюжетһыҙ, айырым өҙөк-өҙөк эпизодтарҙан торған иҫтәлектәр осрай. Уларҙы заманында ғалим Ә.X. Вахитов «әңгәмәләр» тип атағайны. Ошондай әңгәмәләр батырҙың тормошона, көнкүреш үҙенсәлектәренә ентеклерәк үтеп инеү маҡсатында сығарылғандар, ахыры. Шул ғәҙәти эпизодтар аша халыҡ, нескә һәм оҫта итеп, Салауаттың бөйөклөгөн тағы ла нығыраҡ нигеҙләй. Легенда, риүәйәт, әңгәмә жанрының Салауат Юлаев репертуары шундай бай һәм күп төрлө, уны үҙ сиратында айырым төркөмдәргә бүлеп булыр ине: 1) тормош юлы һәм эшмәкәрлеге; 2) буй-һыны, йөҙө, ҡиәфәте; 3) туған-ырыуҙары, нәҫелдәре; 4) әйберҙәре; 5) уға бәйле ер-һыу атамалары.
Шулар эсендә Салауаттың бала сағын, үҫмер осорон сағылдырғандары ла күп кенә. Бына бер нисәһе.
...Өс-дүрт йәшендә ул туп-таяҡ уйнап йөрөгән. Уның асыуын килтерһәләр, 16-17 йәшлек егеттәрҙе һуҡҡан да йыҡҡан.
...Салауатты йәш сағында йылҡы көтөргә ҡушҡандар, ти. Көтә-көтә ул ялҡып киткән. Көтөүен ташлаған да иптәштәре янына уйнарға киткән. Уйнай башлағандар. Башлаһалар, уйынға хан, түрә юҡ. Ханһыҙ нисек уйын булһын? Салауат: «Әйҙәгеҙ, беҙ бына шул һуҡмаҡ буйына, бер таяҡ ара ҡалдырып, маяҡ ултыртайыҡ. Үҙебеҙ атҡа атланып, шәп итеп сабып барған саҡта шул маяҡты кем ауҙара ала, шул хан булыр», – тигән. Һәр малай һанына маяҡ ултыртҡандар, һәр кем үҙ маяғын ауҙарырға булған. Сабыша башлағандар, малайҙарҙың береһе лә маяғын ауҙара алмай икән. Салауат, бүреге менән бәреп, маяғын ауҙарған. Малайҙар:
– Салауат, шартты боҙҙоң бит, – тигәндәр.
– Эй, һеҙ, – тигән Салауат, – бер таяҡ ерҙән ҡул менән нисек маяҡ ауҙармаҡ кәрәк? Мин һеҙҙән башлыраҡмын икән, шулай булғас, мин башлыҡ булдым, – тигән.
Башта улар шулай балаларса уйнағандар. Салауат һуңынан ысынлап та башлыҡ булып киткән...
...Салауат биш-алты йәштәрҙә сағында әтәстәр, айғырҙар талашҡанын, кәзә, үгеҙҙәр һөҙөшкәнен, малайҙар көрәшкәнен күҙәткән, еңеү-еңелеү сәбәптәрен һорашҡан. Үҙҙәренең берәй айғырымы, әтәсеме еңелһә, ғәрләнгән.
...Салауат моңдо бик яратҡан. Ул бик йәштән үк йырсылар йырлаған, ҡарттар әкиәт һөйләгән ерҙә булған. Шуларҙың өйөндә ҡунып та ҡалған. Шул арҡала әсәләренән күберәк шелтә алыр булған.
...Салауаттарҙың ике әтәсе булған. Береһе матур ҡысҡырған, көсһөҙ булған, икенсеһе яман тауышлы булһа ла көслө булған. Салауат әтәстәрҙең батырлығын да, матур ҡысҡырыуын да яратҡан. Бер көн атаһы, шаяртып:
– Йә, ҡайһыныһын ҡалдырабыҙ, – тип Салауаттан һорағас, ул бер нисә көн яуап бирә алмай йөрөгән. Бер көн теге матур тауышлы әтәстең сей ҡанға туҙып таланып ҡайтҡанын күргән дә:
– Атай, бының моңло тауышынан бигерәк, таланып, тауыҡтарын сит әтәстәрҙән туҙҙыртып йөрөү хурлығы ауырыраҡ булыр. Шулай ҙа мин өйҙә юҡта һуйығыҙ, – тигән.
...Атаһы көтөүсе ялларға булһа, Салауат эште үҙ өҫтөнә алған. Ул нисек тә ҡурайсы йә йырсы кеше табырға тырышҡан. Бер ваҡыт уларҙың көтөүсеһе ниндәйҙер хаталыҡ менән бер бейәне үлтергән. Ата-әсәләре быны белгәс, көтөүсегә асыуланмаҡ булғандар. Шунда Салауат:
– Уның бер йыры бер өйөр йылҡы тора, – тип, көтөүсене аралаған.
...Ауылда алты башҡорт ялланып йорт һалалар икән. Быларҙың икеһе таҡта ярыу эшендә булған. Таҡтаны бик йыуан бүрәнәләрҙән ярғандар. Бер көндө шулай иң йыуан бер бүрәнәне тәгәрәтеп, ҡоролмаға күтәреп мендерә алмай яфаланғандар. Был башҡорттарҙың алтыһы ла бүрәнәне мендерә алмай аҙапланғанда, Салауат осраған. Ул әйткән:
– Ағайҙар, нишләйһегеҙ, үҙегеҙ тирләп-бешеп бөткәнһегеҙ?
Башҡорттар Салауатты һанға һуғыр-һуҡмаҫ ҡына:
–Күрәһең бит нишләгәнде. Бүрәнәне ҡорорлмаға мендереп булмай, – тигәндәр.
Ул сағында Салауатҡа ни бары ун ике йәш генә булған. Ул ике башҡортҡа бүрәнәнең ике башынан сөйлөктөрмәҫ өсөн генә тотоп торорға ҡушҡан. Ә үҙе шул йыуан бүрәнәнең уртаһынан оҙон арҡанды уратып алған да, һыңар ҡулы менән генә тартып, ҡоролмаға мендергән. Был башҡорттар хайран ҡалған. Алты кеше күтәрә алмаған бүрәнәне йәш малай мендергәнгә бик аптырағандар һәм оялғандар.
Шунан һуң, был егет ябай кеше түгел, ысын батыр буласаҡ, тип һөйләшкәндәр һәм шул ваҡыттан алып уға батыр исемен биргәндәр.
...Бер заман Юлай старшинаға үсле кешеләр ауылға яу менән килергә сыҡҡан. Шул саҡ Салауат:
– Атай, мин яуға ҡаршы барам, – тигән.
– Барма, балам, йәшһең, – тигән атаһы.
– Юҡ, атай, барам. Миңә ат кәрәк, – тигән ул.
Атаһы ниндәй генә атты килтереп эйәрләп мендерһә лә, биле эйелә икән. «Был нишләп йәш кенә малайға аттың биле эйелә?» – тип аптыраған Юлай. Бер күк (әллә аҡбуҙмы) аттың ғына биле эйелмәгән. Шуның менән йөрөгән инде Салауат аҙаҡ. Ул сығып киткәс, халыҡ йыйынеға йыйылған. Ошо ваҡыт Салауат эй ат уйнатып ҡайтып кергән, ти. Шунан халыҡ:
– Салауатыбыҙ ҡайтты, батырыбыҙ ҡайтты, – тип шатланған, ти.
Ул ваҡытта Салауат ун ике йәштә булған. Улының батыр икәнен атаһы шунан белгән инде.
...Баярҙар, заводсылар Эҫем заводын башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәренә ҡорғас, тағы ла киңәйтергә теләп, йорттар һала башлағандар. Был эште күреп, башҡорттар шаулай башлаған. Эш көндән-көн ҙурая барып, башҡорттар менән заводсылар араһында һуғыш киткән. Был ваҡыт Салауат ун алты – ун ете йәштәрҙә булған. Заводсыларға ҡаршы сыҡҡан халыҡ араһында ул да ҡатнашҡан. Үҙенең йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Салауат был ҡораллы бәрелештәрҙә батырлыҡ күрһәткән. Бөтә халыҡ уның ғәйрәтен, һәләтлеген күреп, хайран ҡалған.
Ошо һуғышта ҡатнашҡан бер ҡарт ил уҙамандарын йыйып алған да:
– Ҡарттар, мин һеҙгә мәслихәт итәйем әле, – тигән. – Әле генә булып үткән һуғышта Салауаттың батырлығын күреп хайран ҡалдым. Ул барып һуғыша башлаған ерҙә һис кем сыҙамай. Был баланы былай ҡороға ғына йөрөтөп, әрәм итергә ярамай, уны ил батыры яһарға кәрәк.
...Беҙҙең ата-бабаларҙың быуын-быуындан әйтеүе буйынса, Салауаттың әсәһе хәҙерге Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған булған. Юлай шунда кейәүләп йөрөгән. Салауат ун һигеҙ йәштәрендә ошонда килеп, Әй буйында ат уйнатҡан. Юлай ауылынан Ләмәҙтамаҡҡа һыбай килеп йөрөгән. Был уға бер ни ҙә тормаған. Ауылдың ейәне була инде ул. Ат уйнатҡанын халыҡтар ҡарап торор булған.
– Беҙҙең батыр егет! – тип, бик иғтибар биреп, һоҡланып ҡарағандар.
Шунда йәштәр менән дә көрәшкән. Аҙаҡ, ҡартаталары белеп ҡалып, көрәштерергә бик ебәрмәгәндәр. Сөнки, үҙе лә белмәҫтән, нығыраҡ ташлап ебәргән саҡтары ла булған инде тиңдәштәрен. Ошонда Әй буйына ҡарата йырҙар ҙа сығарған ул. (М. Буранғолов. Сәсән аманаты. – Өфө: Китап,1995; Башҡорт халыҡ ижады, т. II: Риүәйәттәр, легендалар. – Өфө: Китап, 1997; Ватандаш, 2014. № 1).
Күреүегеҙсә, Салауат образы халыҡ ижадында ябай бала итеп түгел, ә бығаса ишетелмәгән, күрелмәгән, тиңе булмаған көслө лә, батыр ҙа, буласаҡ шағирҙарға хас бай рухлы ла, нескә күңелле лә итеп кәүҙәләндерелә.
…Салауат Юлаев уҡыу-яҙыуға нисек өйрәнгән, ҡайҙа ниндәй белем алған һуң?
Бөгөнгө көндә беҙгә мәғлүм сығанаҡтар нигеҙҙә 1773 – 1775 йвылдарҙғы Крәҫтиәндәр һуғышы осоро менән бәйле; буласаҡ геройҙың бала сағы, тәрбиә алыуы, уғыу-яҙыуға эйә булыуы кеүек мәғлүмәттәр был сығанаҡтарҙа үтә һаран йәки бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә. Ә Салауат Юлаевтың үҙ ҡулы менән яҙылған йәки ҡултамғалары ҡуйылған документтарҙың йөкмәткеләренә, стиленә, яҙылыу рәүешенә ентекләберәк иғтибар итһәк, заманының ярайһы уҡ эре уҡыу йорттарының береһендә белем алған, тиҙ яҙыу ҡеүәһенә эйә булған ҙур уҡымышлы кеше күҙ алдыбыҙға баҫыр.