Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
27 Апрель 2023, 10:05

Чернобыль фажиғәһенә - 37 йыл

Кешелек тарихындағы иң ҙур фажиғәләрҙең береһе - Чернобыль атом электр станцияһындағы шартлау тотош донъяның аҫтын-өҫкә килтерә, йөрәктәргә мәңге һыҡрар яра булып уйыла. Ҡот осҡос авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә беҙҙең яҡташ ир-егеттәр ҙә ҡатнаша.

26 апрелдә тарихи көн айҡанлы ойошторолған сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Олег Тройно, «Чернобыль» һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары етәкселеге, район-ҡала ветерандары, йәш быуын вәкилдәре, авария эҙемтәләренән вафат булғандарҙың тол ҡатындары һәм яҡындары йыйылды.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков һәм «Чернобыль» ойошмаһы рәйесе Петр Мурзадеров фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы бүләкләне. Сара мәрхүм булғандарҙы бер минут тынлыҡта иҫкә алыу, улар иҫтәлегенә һәйкәлгә сәскә һалыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: