ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
30 Март 2018, 16:22

Хаҡтар күтәрелә шул

Йыл башында уҙған кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 2018 йылға планлаштырылған тарифтар күтәрелеүен бер юлы ғына булмаясаҡ, тип тынысландырған ине.

Йыл башында уҙған кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 2018 йылға планлаштырылған тарифтар күтәрелеүен бер юлы ғына булмаясаҡ, тип тынысландырған ине. Беренсеһендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү индексы үҙгәрмәһә лә, икенсе ярты йыллыҡта уның 5,9 процентҡа артыуы күҙаллана, әммә Рөстәм республикала күрһәткестең 8,4 процентҡа етеүе мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сағыштырыу өсөн: 2017 йылда һеҙ фатир өсөн 3 мең түләгәнһегеҙ икән, артҡандан һуң түләү 3177 һум тәшкил итәсәк.

БР Дәүләт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, газ менән тәьмин итеү - 3,4 процент, электр энергияһы - 5 процент, йылытыу - 5,26 процент, һыу менән тәьмин итеү - 6,06 процент, ә һыуҙы сығарыу (водоотведение) 14,09 процентҡа күтәреләсәк.

Республиканың 18 районында коммуналь түләү 8,4 проценттан да юғары “һикерәсәк”, был һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү килешеүҙәре, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле.

Йылытыу өсөн хаҡтар Бәләбәйҙә - 8,5 процент, Шишмәлә - 9,21-11,89, Мәләүездә - 10,83, Дүртөйлөлә - 12, Ҡыйғыла - 12,6, Баймаҡ, Ғафури, Өфө райондарында, Салауат, Ишембай, Өфө ҡалаларында - 12,8, Бөрөлә -13,45 процент, Күмертауҙа- 14, Сибайҙа- 14,2, Учалы ҡалаһында - 14,9, Тәтешле районында - 14,17, Яңауылда - 14,95 процентҡа артасаҡ.
(Һылтанма БР Дәүләт комитеты сайтынан алынды)
Был төбәктәрҙә ресурстар ҡулланыуҙы кәметкән технологиялар ҡулланыласаҡ.

Торлаҡҡа түләү өсөн субсидиялар ҙа ҡаралған:

- Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн 15 процент ташлама;
- Яңғыҙы йәшәгән пенсионерҙарға- 18 процент;
- Башҡа категорияға ингән категория граждандарға 20 процент ташлама.
Яҡшы хәбәр
Дәүләт Думаһы капиталь ремонт өсөн компенсацияға хоҡуҡлы льготалылар исемлеген киңәйтеүҙе тәҡдим иткән закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте.
Льгота эшләмәгән пенсионерҙарҙың ғаиләһендә, шулай уҡ беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары менән бергә йәшәгән 70 йәки 80 йәштәге торлаҡ милекселәренә лә ҡағыла.
Дәүләт Думаһы төбәктәргә яңғыҙ кешеләргә капиталь ремонт өсөн 50 һәм 100 процент күләмендә компенсация тапшырыу хоҡуғын биргән закон ҡабул итһә лә, инвалидтар менән йәшәгәндәр бындай мөмкинлектән мәхрүм ине.
Читайте нас: