ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
9 Апрель 2018, 17:27

Сертификат тапшырыу

“Документ – ҡулымда, әммә бәхетемә һаман ышанып етмәйем”

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов рәсми ҡасаҡ статусына эйә Рәхимә Вәлитоваға торлаҡ сертификаты тапшырҙы. Рөстәм Наил улы, уны тантаналы ваҡиға айҡанлы ҡотлап, ғаилә именлеге юлдаш булыуын теләне.16 йыл элек Тажикистандан ҡайтҡан ханым Первомай ауылына ҡайтып төпләнгәндән бирле фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй, бөгөн хаҡлы ялда булыуына ҡарамай, халыҡ һаулығы һағында.
-​ Документ ҡулымда, әммә бәхетемә ышанып етмәйем, -ти ул , тулҡынланыуын йәшерә алмай.
Ике бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын өсөн фатирлы булыу - бәхеттең иң юғары баҫҡысылыр, моғайын.
ҺҮРӘТТӘ: Тантаналы мәл
Автор фотоһы.
Читайте нас: