ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
20 Июнь 2018, 14:44

Ергә хоҡуҡ менән нисек дөрөҫ ҡулланырға

Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығында ер күҙәтеүенә бәйле нескәлектәр хаҡында һөйләнеләр

Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығында ер күҙәтеүенә бәйле нескәлектәр хаҡында һөйләнеләр

Һәр кемдең тигәндәй ер участкаһы алыуға бәйле мәшәҡәттәргә тарығаны барҙыр. Берәүҙәргә ул мираҫ йәки бүләк булараҡ эләгә, икенселәр йорт төҙөү йәки эшҡыуарлыҡ алып барыу маҡсатында ерле була.

Ғәҙәттә, биләмәһен шәхси милек булараҡ теркәгәндән һуң күптәр ергә хужа булыуҙың хоҡуҡи яҡтары хаҡында онота. Шуға күрә Росреестрҙан йәки урындағы хакимиәттән уның биләмәһендә ергә ҡағылышлы закондарҙы боҙоу осрағы асыҡланыуы тураһында хәбәр алыу — хужа өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булараҡ ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә штрафҡа юлығыуың да бар. Ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында ғына Росреестр идаралығы тарафынан республика халҡына ер менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 10 млн һумлыҡ штраф һалынған. Быға нисек юл ҡуймаҫҡа? Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленара Дегтярева һөйләй.


Хужаһыҙ ер булмай

Физик шәхес йәки ойошма ер биләмәһе алған осраҡта бөтә хоҡуҡи нескәлектәр теүәл үтәлергә тейеш. Участканы дөрөҫ итеп үлсәү, межалау һәм

межа планы төҙөү генә аҙ. Төрлө ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуйырға ярамай, хатта саҡ ҡына яңылыш ҡуйылған ҡойма ла административ тәртип боҙоу

булараҡ баһаланыуы ихтимал.


Нимә тәртип боҙоуға инә

Ундай осраҡтарҙың иң киң таралғаны — үҙ белдегең менән ер участкаһы биләү. Асыҡтан-асыҡ ер биләү осраҡтары бик аҙ. Башлыса закон нигеҙендә ер менән ҡулланыуға хоҡуҡлы граждандар эргә-тирәләге биләмәне

үҙләштерә башлай. Был тирә-йүнен кәртәләүсе, парковка урындарыь булдырыусы, киоск йәки сауҙа кибете янына һыуытыу ҡоролмалары ҡуйыусы эшҡыуарҙарға ғына түгел, шәхси секторҙа йәшәүсе халыҡҡа ла ҡағыла. Улар йыш ҡына үҙ белдеге менән ҡоймаһын шылдырып, биләмәһен ҙурайта, өйө алдына бәләкәй баҡса эшләй, ҡапҡаһы янына төҙөлөш материалдары, ҡом, ҡырсынташ ауҙара, сүп-сар түгә. Беҙҙең халыҡ әле булһа, әгәр ер буш ята икән, тимәк, ул бер кемдеке лә түгел тип һанай. Әммә Ер кодексының 16-сыстатьяһына ярашлы, хужаһыҙ ер булмай. Ер биләмәһенең милекселәре булып физик, юридик шәхестәр, асыҡ-хоҡуҡи берәмектәр сығыш яһай. Үҙ

белдегең менән бер нисә гектарға тиң майҙанды биләйһеңме әллә ҡоймаңды бер нисә метрға күсерәһеңме — мөһим түгел, был эштәрҙең

барыһы ла законға ҡаршы килә. Уларға законһыҙ рәүештә үҙләштерелгән ер участкаһының кадастр хаҡынан сығып штраф һалына.

Штрафтарҙың минималь күләме физик шәхестәргә — 5 мең һум, вазифа биләүселәргә — 20 мең, юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға — 100 мең һум.

Тағы ла бер тәртип боҙоу төрө — ер биләмәһен файҙаланмау. Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы инспекторҙары ауыл хужалығы, торлаҡ йәки башҡа төҙөлөш өсөн тәғәйенләнеп, ҡулланылмай ятҡан участкаларҙы асыҡлай. Биләмә хужалары тәүге өс йыл эсендә уны үҙ тәғәйенләнеше буйынса файҙалана башларға тейеш. Әгәр ошо талап үтәлмәһә, тәртип боҙоусыларға участканың кадастр хаҡына ярашлы штраф һалына, граждандарға билдәләнгән штрафтың минималь күләме — 20 мең һум. Ерҙе тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмау ҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоу тип баһалана. Күптәр ер участкаһына милекселек хоҡуғы тураһында таныҡлыҡҡа эйә булһаң, уның менән үҙең теләгәнсә файҙаланырға мөмкин, тип хаталана. Ысынында был улай түгел, ер биләмәһен маҡсатҡа яраҡһыҙ ҡулланған өсөн милексене йәки ҡуртымға алыусыны яуапҡа тарттырыуҙары һәм штраф һалыуҙары мөмкин. Ни өсөн кешеләр әлеге ише хоҡуҡ боҙоуҙарға бара һуң?

Ғәҙәттә, бындай аҙым участка һатып алғанда, артабан һалым түләгәндә аҡсаны янда ҡалдырыу маҡсатында эшләнә. Мәҫәлән, шәхси торлаҡ төҙөүгә бүленгән ер эшҡыуарлыҡ өсөн тәғәйен шундай уҡ биләмәнән арзаныраҡ тора. Күптәр, ерҙең тәғәйенләнеше тураһында уйлап та тормай, сауҙа нөктәһе, шиномонтаж оҫтаханаһы аса һәм шуның менән һалымдарҙы тейешенсә түләүҙән ҡаса. Ошондай осраҡтарҙа тап Росреестр хеҙмәткәрҙәре хәлде дөрөҫ йүнәлештә көйләүгә булышлыҡ итә. Законда аныҡ билдәләнгән: ер участкаһын уның төп документтарында — элек кадастр күсермәһендә, хәҙер Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан алынған яҙмалакүрһәтелгән маҡсатта ғына ҡулланырға ярай. Ерҙе үҙ тәғәйенләнеше буйынсафайҙаланмаған өсөн уның кадастр хаҡына ярашлы штраф һалына. Ябай граждандар өсөн штраф күләме — 10 мең, шәхси эшҡыуарҙар өсөн — 20 мең, юридик шәхестәр өсөн 100 мең һумдан башлана.


Участкаңдың тәғәйенләнешен үҙгәртеү мөмкинме?

Эйе, милексе быға хоҡуҡлы. Әгәр ерҙе ҡулланыу һәм төҙөлөш алып барыу ҡағиҙәләре (П33) Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелмәгән булһа, теләгегеҙҙе белдергән ғариза менән урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт

итергә кәрәк. Ә инде был ҡағиҙәләр реестрға индерелгән булһа (мәҫәлән, Өфөләге кеүек), милексе Күп функциялы үҙәккә үтенесен аңлатып ғариза яҙа. Ер биләмәһенең тәғәйенләнешен участканың кадастр күсермәһенән йәки башҡа төр документтарҙан ҡарап белергә мөмкин. Әммә тағы бер талапты иғтибарға алырға кәрәк: биләмәнең рөхсәт ителгән тәғәйенләнешен был хаҡта Ерҙе файҙаланыу һәм төҙөлөш алып барыу ҡағиҙәләрендә әйтелгән осраҡта ғына үҙгәртеп була. Мәҫәлән, квартал эсенән шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ерҙе шау-шыулы йәки тирә-яҡ мөхитте бысратыусы производство өсөн үҙгәртеү мөмкин түгел.


Тикшереүҙәр нисек үтә

Росреестр идаралығы инспекторҙары тарафынан планға ярашлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр ойошторола. Тәүгеләрен өс йылға бер тапҡыр

үткәреү ҡаралған. Юридик шәхестәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы тикшереү планы — БР прокуратураһы сайтында, физик шәхестәргә ҡағылышлыһы Росреестр сайтында урын алған. Пландан тыш тикшереүҙәрҙең даимилығы алдан билдәләнмәй, улар граждандарҙан, ойошмаларҙан, власть органдарынан һәм урындағы үҙидаралыҡтан ер тураһында закондарҙы боҙоуға бәйле алынған мәғлүмәттәр йәки административ тикшереүҙәр мәлендә асыҡланған осраҡтар нигеҙендә ойошторола. Бынан тыш, ер тураһында закондарҙы боҙоуға бәйле бирелгән иҫкәрмәләрҙең нисек үтәлеүен асыҡлау маҡсатында ла пландан тыш тикшереү уҙғарылыуы

мөмкин. Ерҙәрҙе файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса дәүләт инспекторҙары тикшереү барышында махсус формала йөрөргә, жетонлы танытма күрһәтергә бурыслы.Улар милексене планға ярашлы тикшереү хаҡында — өс эш көнө алдан,пландан тыш тикшереү тураһында 24 сәғәт алдан иҫкәртергә тейеш. Ер милексеһенә ҡарата планға ярашлы (пландан тыш) тикшереү уҙғарыласағы хаҡында хәбәр ҡағыҙы алыу менән биләмә хужаһы күрһәтелгән адресҡа килергә, инспекторға паспортын һәм тикшереү объекты булған участкаға хоҡуҡ билдәләүсе документтарын күрһәтергә бурыслы. Сәбәпһеҙ тикшереү үтеү өсөн килмәү административ яуаплылыҡҡа

тарттырыу менән янай (КОАП 19.4.1-се статья). Тикшереүгә ғәҙәттә ике белгес юллана. Бер адрес яҡынса өс сәғәт тирәһе

ваҡытты ала. Дәүләт ер инспекторҙары махсус ҡорамалдар менән йөрөй. Лазерлы ара үлсәгес, GPS-приемник, ғәҙәти рулетка — былар уларҙың төп эш ҡоралдары.

Ер инспекторы биләмә менән файҙаланыуға рөхсәт биреүсе документтарҙы, ерҙең ысынбарлыҡта нисек ҡулланылыуын, уның торошон тикшереү

хоҡуғына эйә. Ошо маҡсатта ул граждандарҙан һорау ала, аңлатмалар ҡабул итә, участканы үлсәй, фотоға төшөрә. Үҙ сиратында, милексе ер биләмәһе менән законлы рәүештә файҙаланыуын раҫлаусы документ күрһәтә. Ул ҡуртым, һатыу-һатып алыу килешеүе, шулай

уҡ участка бүленеү хаҡында ҡарар, мираҫ тураһында документ булыуы ихтимал.

Бынан тыш, ер инспекторҙары административ тикшереүҙәр ҙә ойоштора. Ул ер милексеһе менән алдан килешмәйенсә уҙғарыла һәм, тәртип боҙоуҙар асыҡланмаһа, биләмә хужаһына был хаҡта әйтмәүҙәре лә ихтимал.

Административ тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләре Росреестр сайтында урынлаштырыла.


Әгәр тәртип боҙоуҙар асыҡланһа

Штраф һалыуҙан тыш, милексегә ер закондарын боҙоу осрағын төҙәтергә ҡушыла. Бының өсөн иң күбе алты ай ваҡыт бирелә. Ғәҙәттә дәүләт ер

инспекторҙары тәртип боҙоу осрағын ике айҙан дүрт айғаса ваҡыт эсендә яйларға ҡуша. Әгәр ер хужаһы ошо осорҙа өлгөрә алмаһа, билдәләнгән ваҡыт бөтөүҙән өс көн алда уны оҙайтыуҙы һорап ғариза яҙа, бығаса башҡарылған эштәрен раҫлай. Уға тағы күпмелер ваҡыт бирелеүе ихтимал. Әгәр кешеәйтелгән көнгә килмәһә йәки һуңлап килһә, дәүләт ер инспекторы пландантыш тикшереү уҙғара һәм административ тәртип боҙоу тураһында эш асыуға бәйле һорау ҡарала. Ошо хаҡта протокол төҙөлөп, судҡа ебәрелә. Судья тарафынан штраф күләме билдәләнеп, ҡарар сығарыла. Күрһәтмәләрҙе ваҡытында үтәмәгән өсөн 10 меңдән 20 мең һумғаса штраф ҡаралған. Әгәр

бындай хәл тағы ҡабатланһа, штраф 30-50 мең һум тәшкил итәсәк. Юридик шәхестәр өсөн штрафтар бер нисә тапҡырға артығыраҡ.

Дөйөмләштереп, ер хужаларына участка менән ҡулланырға, баҡса үҫтерергә, йорт, гараж, мунса башҡа ҡаралтылар төҙөргә хоҡуҡ биреүсе

документтарығыҙҙы тағы бер ҡат күҙҙән үткәрегеҙ, тигән кәңәш бирге килә. Утын, төҙөлөш материалдары кеүек кәрәк-яраҡты тик үҙ биләмәгеҙгә

ауҙартығыҙ. Ер участкаларына хоҡуҡ билдәләүсе документтарҙы өйрәнегеҙ, биләмәгеҙҙең рөхсәт ителгән маҡсатта ҡулланылыуын тағы бер тапҡыр тикшерегеҙ. Ер закондары талаптарын боҙоу осраҡтарын үҙ аллы билдәләп, уларҙы тиҙ арала бөтөрөү хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.


Петр Клец, Башҡортостан Республикаһының ер менән файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса баш дәүләт инспекторы:

— Ер милекселәренә һәм участка алырға теләүселәргә ябай ғына кәңәштәр биреп үтергә теләйем. Ер участкаһы һатып алғанда кәртә-ҡоймаларҙың. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында был биләмә сиктәре тураһында күрһәтелгән мәғлүмәттәргә ярашлы урынлаштырыуын тикшерегеҙ. Әгәр реестрҙа был хаҡта мәғлүмәт булмаһа, кадастр (геодезик) эштәр менән шөғөлләнеүсе ойошмаларға мөрәжәғәт итеп, ер участкаһының сиктәрен билдәләтегеҙ. Бынан тыш, кәртәләп алынған һәм файҙаланылған майҙандың документтарҙа күрһәтелгән мәғлүмәттәргә тура килеү-килмәүенә иғтибар итегеҙ. Ошо ябай ғына кәңәштәр күрше биләмә хужалары менән бәхәсле мәлдәрҙән, шулай уҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, штраф һалыныуҙан аралар.


Белешмә өсөн Дәүләт ер күҙәтеүенә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә ҡағылышлыһорауҙарығыҙ менән, «ҡыҙыу линия» телефондарына

шылтыратырға мөмкин: телефон — 8 (347) 224-36-45.

9.00-дән 13 сәғәткә тиклем

29 июнь, 27 июль, 31 август, 28 сентябрь, 26 октябрь, 30 ноябрь, 28 декабрь

Юридик шәхестәрҙе тикшереү планы Башҡортостан Республикаһы

прокуратураһы сайтында урынлаштырылған bashprok.ru

Физик шәхестәрҙе тикшереү планы Росреестр сайтында урынлаштырылған

rosreestr.ru

Тәртип боҙоу осрағы тураһында Росреестр идаралығының территориаль

бүлегенә йәки урындағы хакимиәткә еткерергә мөмкин
Читайте нас: