ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
21 Июнь 2018, 14:30

Һөҙөмтәлелек – төп маҡсат

Милек хоҡуғын теркәү һәм дәүләт кадастр иҫәбе буйынса процедуралар

Башҡортостан Республикаһында Росреестр дәүләт хеҙмәттәрен алыуҙың бөтә стадияларында ла эштең яҡшырыуын тойорға мөмкин:
- идаралыҡ хеҙмәттәре буйынса документтар тапшырыу һәм әҙерен кире алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған - бының менән тулыһынса күп функциялы үҙәк (артабан - МФЦ) шөғөлләнә.
Бөгөн Башҡортостанда идаралыҡ хеҙмәттәрен МФЦ-ның 74 стационар ҡабул итеү офисында, шулай уҡ документтарҙы алдан яҙылыу буйынса ғына бирергә мөмкин булған 481 территориаль айырымланған структура подразделениеһында (ТОСП) алырға мөмкин. МФЦ-ла бер нисә тәҙрәнең бер юлы ҡабул итеүе ғариза биреүселәр өсөн дә бик уңайлы.
- Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) мәғлүмәт биргәндә Росреестр дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү өлөшөндә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе - ведомство-ара электрон килешеп эш итеү.
Әлеге ваҡытҡа урындағы үҙидара органдары һәм республика башҡарма власть органдары менән электрон бәйләнешкә күсеү буйынса күрелгән саралар ЕГРН-дан әлеге органдарҙан килгән мәғлүмәтте тапшырыу тураһында запростар өлөшөн 99 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе (2014 йылда был
күрһәткес 70 процент ине). Был төрлө ведомстволар граждандарҙан һәм эшҡыуарҙарҙан ЕГРН һөҙөмтәләрен үҙҙәре биреүҙе талап итмәй тигәнде аңлата. Икенсе яҡтан, бөгөн ғариза биреүселәргә башҡа органдарҙан талап ителгән документтарҙы үҙҙәренә юллау ихтыяжы юҡ, уларҙы ведомство-ара каналдар аша Росреестр идаралығы дәүләт хоҡуҡ теркәүселәре һоратып ала.
- Бөгөн республикала милек хоҡуғын иң ҡыҫҡа срокта, Росреестр порталы аша йәки республиканың эре ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә асылған идаралыҡ ҡарамағындағы махсуслаштырылған консультация үҙәктәренә ни бары 1-2 эш көнөндә теркәргә мөмкин. Электрон ысул менән биргәндә лә теркәү ундай ваҡытта башҡарылмай. Иң ҡыҫҡа сроктар килешеүҙәр буйынса тиҙ иҫәп-хисап яһауҙы тәьмин итә һәм контр-агенттың алдамаҫына ышаныс бирә. МФЦ аша теркәү Башҡортостанда 6 эш көнөндә хәл ителә (Рәсәй буйынса - 7-9 эш көнөндә).
- Ҡулланыусының (ғариза биреүсенең) әлеге хеҙмәт тураһындағы фекеренә иҫәп-теркәү процедураларының ваҡытлыса туҡтатылып тороуы йәки теркәүҙән баш тартыу ихтималлығы ла йоғонто яһай. 2017 йылда быға юл ҡуймау өсөн идаралыҡ тарафынан шаҡтай ҙур эш башҡарылды. Кадастр эштәре баҙарында ҡатнашыусылар (кадастр инженерҙары) кеүек үк, МФЦ
хеҙмәткәрҙәре менән эшләү ҙә ошоға булышлыҡ итте. Шулай уҡ дәүләт хоҡуҡ теркәү хеҙмәткәрҙәренең даими һөнәри белемен камиллаштырыу ҙа идаралыҡ эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Росреестр идаралығы 2017 йылдың июленә ҡарата план күрһәткестәренә ирешә һәм хатта уны яҡшырта алған. Мәҫәлән, хоҡуҡты дәүләт теркәүендә туҡтатыуҙарҙың план буйынса кимәле 6,6 проценттан артмай, 2017 йыл аҙағына Башҡортостанда ул - өс процент кимәлендә. Кадастр иҫәбе менән осраҡта норма 18 проценттан артмай, Башҡортостанда йыл аҙағына - айына 9 процент.
“Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында” Федераль закон көсөнә инеүе, күсемһеҙ милек объектының Башҡортостан Республикаһында йәки Рәсәй Федерацияһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, хоҡуҡты теркәү мөмкинлеге бирә.
2017 йылдың ғинуар айынан бер ғариза менән объектҡа хоҡуғыңды теркәргә һәм кадастр иҫәбенә бер юлы ҡуйырға була. Элек тәүҙә объектты иҫәпкә ҡуйырға һәм һуңынан ғына теркәү мөмкин ине.
Бөгөн хәүефһеҙлек өсөн мөлкәт менән килешеүҙәр тик һеҙҙең
ҡатнашлыҡта ғына башҡарылыу тураһында Росреестрға ғариза биреп ҡуйырға була. Был хаҡта ЕГРН-ға яҙма индереләсәк, ә кемдер күсемһеҙ милекте һатырға теләһә (ышаныс ҡағыҙы буйынса), регистратор уға ғаризаһын ҡарап тормайынса кире ҡайтарасаҡ.
Идаралыҡ электрон сервистарҙы үҫтереү буйынса ҙур эш башҡара. Росреестр сайтында “Личный кабинет правообладателя” бар, унда күсемһеҙ милек тураһында тулы мәғлүмәтте ҡарап була. Милек хужалары сервис ярҙамында арест, сикләү һалыу һәм башҡа үҙгәрештәрҙе күҙәтә ала. Шулай уҡ бында Росреестрҙың электрон дәүләт хеҙмәттәрен алырға мөмкин.
Сайттың “Электронные услуги и сервисы” бүлегендә 20-ләгән электрон сервис менән ҡулланып була, шул иҫәптән онлайн режимында күсемһеҙ милек объекты тураһында мәғлүмәтте бушлай ҡарарға мөмкин (милек менән идара итеү өсөн ҡаршылыҡтар юҡмы, объект кадастр иҫәбендә торамы, кадастр хаҡы ниндәй һәм башҡалар).
Росреестрҙың дәүләт хеҙмәттәрен электрон формала алыуға күсеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Ошо маҡсатта Росреестр порталы аша хоҡуҡты теркәү һәм дәүләт кадастр иҫәбе һорауҙары буйынса ғариза биреүселәргә консультация үткәреү системаһы ойошторолған, семинарҙар, мастер-кластар йәки күсмә саралар ҡаралған.
Әхмәт ӘБДРӘШИТОВ, Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығының Мәләүез бүлеге начальнигы.
Читайте нас: