Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
17 Июль 2018, 12:45

Йорттарҙың киләсәген ҡайғыртып

Капиталь ремонтҡа түләргә кәрәкме? Ошо һорау менән редакцияға йыш мөрәжәғәт итәләр. Уларға Мәләүез районы Хакимиәтенең торлаҡ коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Әмир Ғәлиев яуап бирә.

Капиталь ремонтҡа түләргә кәрәкме? Ошо һорау менән редакцияға йыш мөрәжәғәт итәләр. Уларға Мәләүез районы Хакимиәтенең торлаҡ коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Әмир Ғәлиев яуап бирә.
- Башҡортостанда 2014 йылдың октябренән күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы ғәмәлдә, тик һаман да ҡайһы бер һорауҙар асыҡ ҡала: квитанциялар буйынса түләргә кәрәкме, ул аҡса ҡайҙа китә, ремонт уҙғарыламы?
- РФ Торлаҡ кодексының 158-се статьяһына ярашлы, капиталь ремонт өсөн түләргә кәрәк! Законға ярашлы, күп фатирлы йортта һәр йәшәгән кеше үҙ фатирынан тыш дөйөм милек хужаһы ла булып тора. Шуға күрә, улар ҡыйыҡ, подъезд, баҫҡыс, лифттарҙы яҡшы хәлдә тотоу өсөн яуаплы.
- Аҡса ҡайҙа йүнәлтелә?
- Республикала “Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтенең капиталь ремонты төбәк операторы” фонды эшләй. Тап ошо ойошманан ай һайын беҙгә түләү квитанцияһы килә лә инде. Аҡса махсус иҫәпкә туплана. Йыл да төбәк фонды, урындағы идарасы компания етәкселәре, ҡала биләмәһе хакимиәте вәкилдәре, депутаттарҙан торған комиссия күп фатирлы йорттарҙың торошона мониторинг үткәрә һәм ремонт эштәрен билдәләй.
- Быйылға ниндәй пландар ҡуйылған?
- Республикала әлеге көндә 2017-2019 йылдарға билдәләнгән программа тормошҡа ашырыла. Уның буйынса үткән йыл Мәләүез районында 19 йортта ремонт эштәре башҡарылды. Быйыл 25 күп фатирлы йорт планға индерелде. Айырым иғтибар лифт алмаштырыуға, ҡыйыҡ һәм йылытыу системаһын ремонтлауға бүленәсәк. Уларҙың 16-да бөгөнгө көндә эштәр әүҙем бара (Смоленский урамы, 33, ленин урамы, 131, 133, 135 һ.б.).
- Капиталь ремонт буйынса белешмәне ҡайҙан алырға мөмкин?
- Kapremont02.ru төбәк операторы сайтында “Үҙ йортоңдо тап” сервисы бар. Уның аша Башҡортостан картаһында ҡыҙыҡһынған күп фатирлы йорттоң капиталь ремонт планын һәм хаҡын белергә мөмкин. Шулай уҡ “Республика капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыу барышы” бүлегендә республикаланың ҡала-райондарында ниндәй эштәр башҡарылыуын белеп була.
- Хаҡтар артҡандан-арта. Капиталь ремонтҡа түләү нисек ҡала?
- Хаҡтар артыу менән иғәнә шул килеш ҡала. Йорттарҙың капиталь ремонтлау исемлегенә эләгеү мөмкинлеге аҡса йыйыуға бәйле. Әлеге көндә беҙҙең ул 87 процент тәшкил итә, был башҡа ҡала-райондарға ҡарағанда түбән, шуға ла киләсәктә тейешле эштәр башҡарыу өсөн беҙгә аҡса ла әҙерәк бүленәсәк.
Айырыуса ауыл биләмәләрендә идарасы компаниялары булмағанлыҡтан бурыс йыйыла. Шунлыҡтан йылдан-йыл йорттарҙың торошо насарая, ә ҙур сумманы йыйыу бик ауыр. Шуға ла төбәк программаға инеү өсөн ваҡытында түләп барыу зарур! Әйтергә кәрәк, был ҡала халҡына ла ҡағыла.
- Ташламалар бармы?
- Эйе, түләү буйынса ташламалар ҙа ҡаралған: 80 йәшкә еткәндәр, һуғыш ветерандары, яугир-интернационалистар тулыһынса түләүҙән азат ителгән. 50 процент ташламаға 70 йәшлек яңғыҙ һәм эшләмәгәндәр, хеҙмәт ветерандары, 1, 2-се группа инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм башҡа ҡайһы бер категориялар инә.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, тотош түләмәгәндәрҙе суд приставтары аша түләтеү ҡаралған. Шуға ла бурыс йыймайынса ваҡытында түләп барыу һәм йәшәгән йортоңдоң киләсәген ҡайғыртыу кәрәклеген онотмаҫҡа кәрәк.
Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: