Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
1 Сентябрь 2018, 13:41
Иң мөһиме - йорттарҙа йылылыҡ
Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек сиктәрендә “Йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәтендә йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеү - көнүҙәк.
Бындай объекттар йылдан-йыл заманлаштырыла. Йәмғиәт 35 ҡаҙанлыҡты хеҙмәтләндерә, шуларҙың 9-ы - ҡалала, ҡалғандары - ауылдарҙа.
Уҙған быуатта сафҡа тапшырылған ҡаҙанлыҡтар техник яҡтан да, торошо буйынса ла иҫкергән. Шуға ла яғыулыҡ ҡиммәтләнгән заманда энергия аҙ талап иткәндәренә күсеү отошло. “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте районында ҡулланыусыларҙы блок-модулле ҡаҙанлыҡҡа күсереү өсөн 16 миллион һум аҡса тотоноу күҙалланған. Коммуникация, көйләү һәм башҡа эштәр ҙә сығым талап итә. Газ яғыулығында эшләүсе блок-модулле ҡаҙанлыҡтың ҡеүәте юғары, сәғәтенә 18,8 Гкал.
Бөгөнгә план буйынса 29 ҡаҙанлыҡ, 10 үҙәк йылылыҡ пункты тулыһынса әҙер.
Ҡаҙанлыҡ заманса насос менән ҡоралландырылған, үҙаллы режимда эшләй, күрһәткестәр автоматик тәртиптә диспетчер пунктына тапшырыла. Автоматлаштырылған система авария хәле килеп тыуғанда газ биреүҙе туҡтата, йылылыҡ баҫымын көйләй, һауа торошона ҡарап, йылылыҡ бирә.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 70-се һанында уҡығыҙ.
ҺҮРӘТТӘ: Иретеп йәбештереүсе Александр Арыҫланов; Марат Ғәлиев һәм Игорь Архиповтар торбаларҙы йыйыу алдынан
Автор фотолары.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит