Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
12 Апрель 2019, 14:35

Уларҙы һөнәр биҙәй

“Мастер-А” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Мәләүездә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ҡала төҙөлөшө тармағында был ойошма ныҡлы урын алған. Уны 2002 йылда Анатолий Мизин менән Алексей Вебе ойоштора, әлеге көндә Максим Мизин - генераль, һуңғыһы коммерция директоры вазифаһын атҡара.

“Мастер-А” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Мәләүездә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ҡала төҙөлөшө тармағында был ойошма ныҡлы урын алған. Уны 2002 йылда Анатолий Мизин менән Алексей Вебе ойоштора, әлеге көндә Максим Мизин - генераль, һуңғыһы коммерция директоры вазифаһын атҡара.
Тәүге объекттары тип ҡаланың кирбес заводындағы реконструкция эштәрен атап китергә була. Улар төҙөгән “Олимп”, “Альфа” сауҙа, “Империя” эшҡыуарлыҡ үҙәктәре ҡала архитектураһына йәм бирә. 2007 йылдан күп ҡатлы йорттар һалыу эшенә тотоналар. Яңы объекттарҙы хәҙер Буранғолов, Колхоз, ВЛКСМ-дың 50 йыллығы, Ленин, Карл Маркс урамдарында күрергә була. Смоленский урамындағыһы иҫәп буйынса - унынсыһы. Ҡышын нигеҙ, стеналарын күтәрһәләр, яҙын биҙәү, эшкәртеү кеүек эштәргә сират етә.
“Төҙөлөш өлкәһендә конкуренция көслө, ҡаты дәғүәселек шарттарында сифат менән генә алдырырға мөмкин. Ҡулланған материал дәүләт стандарттарына яуап бирә, ”, - ти етәкселек.
Төҙөүсе һөнәре - иң ауырҙарҙың береһе. Ташсылар Әлфир Фазләхмәтов, Ринат Мөхәмәтдинов, Сергей Смирнов, Рәмил Әминев, Виктор Вачёв - эште энәһенән ебенә тиклем белгән оҫталар.
Компания төҙөлөш объекттарында хәҙерге заман технологияларын ҡуллана. Мәҫәлән, һәр йорттоң газ ҡаҙанлыҡтары айырым урынлаштырылған, һауа торошона ҡарап, көйләү системаһы менән тәьмин ителгән. Был коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе лә кәметә. Фатирҙарҙа янғын сығыу хәүефен иҫкәртеү приборҙары бар. Заманса планлаштырылған фатирҙарҙың тәҙрә, иҙән, түшәме лә заман талаптарына яуап бирә. Әйткәндәй, 1-се ҡаттағы фатиҙарҙа тулыһынса, өҫтәгеләрендә иһә өлөшләтә йылы иҙән түшәлгән. Тирә-яҡ төҙөкләндереләсәк: йорт ишеге алдарында балаларға уйнарға, өлкәндәргә ял итергә майҙансыҡтар ҙа планлаштырылған. Видеокүҙәтеү системаһын да урынлаштырасаҡтар.
“Ышаныслы компаниялар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. “Анко” фирмаһына етештереү цехтары төҙөйбөҙ, улар үҙ нисбәтендә сифатлы пластик тәҙрәләр менән тәьмин итә”,- ти Максим Анатольевич.
“Мастер - А” йәмғиәтенең ошо көндә үҙенең бер нисә цехы, 8 берәмек техникаһы бар, унда металл ҡоролмалары, фундамент блоктары, ҡоҙоҡ өсөн ҡулсалар, ҡыйыҡ ябыр өсөн төҙөлөш материалдары етештерә.
Шундай һөнәр эйәләре була - уларҙың көндәлек эше бөтөнләй күренмәй. Ә төҙөлөш тармағындағыларҙың эше - һәр ваҡыт күҙ алдында, торлаҡ объекттары үҙҙәренең формалары, архитектураһы менән ҡыуандыра. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, баһаһын алыу - иң ҙур бәхет. Ҡаланың үҫешенә тос өлөш индергән ойошма, улар төҙөгән йорттар ҡала тарихында ныҡлы урын ала, данын күтәрә.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Читайте нас: