ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
23 Август 2019, 12:16

Эш судҡа тиклем барып еткән

Мәләүез район суды Нордовка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтен күп фатирлы йорттоң идара итеү ойошмаһын һайлау буйынса асыҡ конкурс үткәрергә мәжбүр итте. Бының нигеҙендә прокурор тикшереү һөҙөмтәләре тора.

Уның барышында йорттоң ауыл советы балансында тормауы, идара итеү ысулы билдәләнмәүе асыҡланған. Фатир хужалары йортто тәртиптә тотоу менән тәьмин ителмәгән, ҡорамалдар һәм коммуникациялар хеҙмәтләндерелмәгән.
Район-ара прокуратура асыҡланған боҙоуҙарҙы бөтөрөүҙе талап итте. Әммә законһыҙлыҡ төҙәтелмәне. Прокуратура судҡа урындағы үҙидаралыҡтың эшләмәүен танырға һәм унан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә талап итеү менән мөрәжәғәт итте. Суд прокуратура менән ризалашты. Эш күҙәтеү ведомстволарына тапшырылды.
Ирек БАЯЗИТОВ, прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас: