Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
5 Ноябрь 2019, 19:57
Рәсәй конкурсында еңеүсе
Күптән түгел Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында “Күп фатирлы йорттарҙы эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү” бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелде.
Күптән түгел Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында “Күп фатирлы йорттарҙы эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү” бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелде. Беренсе тапҡыр ойошторолған сарала Мәләүез күп профилле колледж уҡытыусыһы Галина Сульетова ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтты.
Конкурста ҡатнашыусылар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге норматив-хоҡуҡи документтарҙы, контроль-иҫәпләү приборҙарын дөрөҫ ҡуллана белеүҙә, техника хәүефһеҙлеге, хеҙмәтте һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәүҙә көс һынашты. Шулай уҡ конкурсанттарҙы баһалағанда өҫтөнлөклө энергия һаҡлау программаһына ярашлы эшмәкәрлек төп критерийҙарҙың береһе булды.
Яҡташыбыҙ Галина Владимировна бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтте һәм беренсе урын өсөн диплом һәм ҡиммәтле сувенир менән бүләкләнде.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит