Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
7 Ноябрь 2019, 19:00

Йортҡа газ үткәргән өсөн компенсацияға документтар ҡабул итеү башлана

11 ноябрҙән Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдары һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләре торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификат алыуға хоҡуғы булғандарҙан документ ҡабул итә башлай.

11 ноябрҙән Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдары һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләре торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификат алыуға хоҡуғы булғандарҙан документ ҡабул итә башлай.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, август башында Башҡортостан етәксеһе «Граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына йорттарға газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Йортон тәбиғи газға тоташтырғанда дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы граждандарҙың льготалы категориялары:

-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар;

-Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;

-инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр;

-күп балалы ғаиләләр.

«Беҙ ошондай ярҙам формаһын бик ваҡытлы тип иҫәпләйбеҙ, сөнки газға тоташтырыу - ҡиммәтле процедура, айырыуса ветерандар, инвалидтар, ишле ғаиләләр өсөн, - тине республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров сертификат биреү һәм түләү тәртибен ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.

«Өйгә газ үткәргән өсөн компенсация Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән, үрҙә әйтелгән категорияларға ҡараған Рәсәй граждандарына тапшырыла. Уларҙың шәхси йорто йәки милек хоҡуғында өлөшө булырға тейеш», - тип асыҡлыҡ индерҙе республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Сертификаттың хаҡы 60 мең һум тәшкил итә.

Ә Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өсөн сертификаттың хаҡы 100 мең һумға тиң.

Торлаҡҡа газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы ғариза биреүселәр ҙә (әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булһа) ошондай 100 мең һумлыҡ сертификат алырға мөмкин.


Республикала шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу программаһы дүрт йыл ғәмәлдә була.


Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 664 миллион һум бүлеү күҙаллана, шуның 64 миллионы – 2019 йылда һәм артабан йыл һайын 200 миллион һум.