Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
7 Ноябрь 2019, 22:25

Зауыҡлы биләмәләр йылы: кемдең ниндәй тәҡдиме бар?

Радий Хәбиров 2020 йылды Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип атарға тәҡдим итте.

Радий Хәбиров 2020 йылды Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип атарға тәҡдим итте.

- Муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшләшеп, киләһе йылға ниндәйҙер абстракт түгел, ә халыҡтың мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшкә бәйле атама бирергә, тигән ҡарарға килдек. Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен, үтенестәрен ҡайтанан тикшереп сыҡтыҡ. Тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу, ауылдарҙа, ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу - әлеге ваҡытта бик мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Шуға ла 2020 йылды "Тораҡ пункттар эстетикаһы : газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу, ҡоймалар ҡуйыу йылы" тип атарға тигән тәҡдим бар. Йәшәгән урыныбыҙҙың тышҡы йөҙө матур булыуы - бик мөһим, - тине Башлыҡ.

Радий Фәрит улы указ әҙерләргә һәм хөкүмәткә аныҡ документтар әҙерләргә ҡушты (мәҫәлән, ҡыҙыл линияла ҡоймалар ҡуйырға, газондар һәм тротуарҙарҙың күләмен күрһәтергә).

- Киләһе йыл мин халыҡтан әүҙем һәм инициативалы булыуҙарын һорайым. Ҡайһы муниципалитеттың халҡы йышыраҡ тәҡдимдәр, мөрәжәғәттәр менән бәйләнешкә сыға - шул район йәки ҡалаға аҡсалата ярҙам арттырыла. Әгәр кешеләр үҙҙәре тирә-йүнде төҙөкләндерергә тотона икән, беҙ уларға тағы ла өҫтәп финанс ярҙам күрһәтербеҙ. Бюджетты әленән үк иҫәпләй башларға кәрәк, сөнки муниципалитеттарҙа өҫтәмә сығымдар килеп сығыуы бар. Иң мөһиме - "Йәшел Башҡортостан" акцияһындағы кеүек, халыҡтың әүҙем тотоноуы кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: