Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
11 Ноябрь 2019, 14:47

Төҙөкләндереү эштәренә баһа ҡуйылды

Уҙған шәмбелә ҡалабыҙҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары - Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев эш сәфәре менән булып китте.

Уҙған шәмбелә ҡалабыҙҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары - Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев эш сәфәре менән булып китте.

Урынбаҫарҙары Юрий Палтусов, Николай Ельников, "Башҡортостан Республикаһы төбәк операторы" фондының генераль директоры Павел Сафонов менән берлектә улар бер нисә объектты ҡараны. Республика Хөкүмәте вәкилдәре иғтибары үҙәгенә яңыраҡ асылған "Ғаилә", "Йәшлек" скверҙары, Туғайлы биҫтәһендәге балалар майҙансығы эләкте. Шулай уҡ һөт-консерва комбинаты биләмәһендә һәм АТП биләмәһендә сафҡа индерелгән яңы блок-модулле ҡаҙанлыҡтарҙа, "Водоканал" йәмғиәтенең биологик таҙартыу ҡоролмаларында булып, үҙгәртеп ҡороу эштәре менән таныштылар, артабанғы модернизациялау пландарын барланылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән башланған подъездарҙы һәм ихаталарҙы комплекслы ремонтлау эштәре бигерәк тә ентекле тикшерелде.

- Беҙ ошо рәүешле муниципалитеттар менән тәжрибә туплайбыҙ. Алда республикабыҙ ҡалаларында һәм ауылдарында уңайлы мөхит булдырыу буйынса байтаҡ ҙур проект тора, тимәк, хаталарҙы ваҡытында төҙәтеүгә, эштәрҙе сифатлы башҡарыуға талаптар тағы ла артасаҡ, - тип билдәләне Борис Беляев сәфәр аҙағында.
Читайте нас: