Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
18 Декабрь 2019, 19:06

Капиталь ремонтҡа түләү арта

Капиталь ремонт өсөн төбәк операторы килгәс, бәхәс байтаҡ ваҡыт тынманы. Йыл да түләү төрләндерелә, инфляцияға бәйле хаҡтар ҙа арта.

2021-2022 йылдарҙа түләүҙең күләме инфляция кимәленән сығып үҙгәртелә. Башҡортостан Хөкүмәте хуплаған ҡарар проектына ярашлы, 2020 йылдан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең минималь күләме - бер квадрат метр өсөн 5,2 һумдан 6,9 һумға, ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 5,8-ҙән 7,5 һумға тиклем күтәрелә.

Вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев аңлатма бирә: «Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға тарифтар - илдә иң түбәндәрҙең береһе, ставкалар 2014 йылдан бирле үҙгәрмәгән. Түләүҙең минималь күләме 46 төбәктә артҡан, 2020 йылда Рәсәйҙең тағы 27 субъектында тарифтар ҡиммәтләнә».


Читайте нас: