Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
23 Декабрь 2019, 16:59

Подъездар күркәмләнә

Республикала тирә-яҡты төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән төрлө программа уңышлы эшләп килә. Шуныһы ҡыуаныслы, тап улар төбәктә йыйылып килгән бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булыша...

Республикала тирә-яҡты төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән төрлө программа уңышлы эшләп килә. Шуныһы ҡыуаныслы, тап улар төбәктә йыйылып килгән бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булыша.

Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса ҡабул ителгән программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡытта ремонт талап ителгән подъездарҙың барыһы ла тәртипкә килтерелер тип көтөлә. Бында ишектәр алмаштырыу, стена һәм түшәмдәрҙе буяу, иҫкергән почта йәшниктәрен, тәҙрәләрҙе, шулай уҡ яҡтыртыу приборҙарын яңыртыу күҙ уңында тотола. Кабель телевидениеһы, телефон, интернет үткән сымдар ҙа махсус ҡумта эсенә урынлаштырылырға тейеш.

Беҙҙең район һәм ҡала йорттарында барлығы 1165 подъезд иҫәпләнә. Программа сиктәрендә быйыл егерме биш йортта һикһән дүрт подъезд тәртипкә килтерелә. Уларҙың байтағында эштәр тамамланыуға бара.

Ремонт барған йорттағы эштәр менән танышыу маҡсатында ҡаланың Октябрь урамында урынлашҡан бишенсе йортҡа ҡарай юл тоттом. Эшселәрҙең ҡыҙыу эш мәленә тура килдем, егеттәрҙең кемелер иҫке тәҙрәләрҙе яңыһына алмаштырыу, икенселәре стеналарҙы икенсе ҡатҡа буяу менән мәшғүл ине. Туғыҙ ҡатлы был йорттоң һәр ҡатында байтаҡ эштәр башҡарылған: түшәмдәр тигеҙләнеп ағартылған, стеналар буялған, иҫке почта йәшниктәре алып ташланып, улар урынына яңылары ҡуйылған.

Оҙаҡламай байтаҡ йылдар ремонт күрмәгән подъездар тулыһынса тәртипкә килтерелер, ул йорттарға инеү ҙә күңелле булыр.

Әммә төҙөкләндереү, ремонтлау бер эш, ә бына үҙебеҙ йәшәгән йорттарҙа тәртип һәм таҙалыҡ һаҡлау һәр ҡайһыбыҙҙың бурысы икәнлеген генә онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: