Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
10 Ғинуар 2020, 13:20

Рәсәйҙең иң яҡшы сантехнигы билдәләнәсәк

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, яҡташтарыбыҙҙың финалға сығыуына беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн www.день-сантехника.рф сайтына инеп, тауыш бирергә кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа йәш быуында эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы популярлаштырыу маҡсатында төрлө конкурстар уҙғарыла. Әлеге ваҡытта “Иң яҡшы сантехник. Рәсәй кубогы” бөтә Рәсәй чемпионатының ҡыҙған мәле.
Төбәктәрҙә сараның икенсе этабы бара. Унда тәүге тур һынауҙарын уңышлы үткән 46 команда көс һынаша. Шулар араһында Башҡортостан намыҫын яҡлап сығыш яһаған яҡташтарыбыҙ Фәнис Бикташев һәм Илдар Сәйфуллин да бар. Икеһе лә мәләүездәргә яҡшы таныш. Тәүгеһе үҙенең ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен слесарь-сантехник һөнәренә арнаған юғары квалификациялы белгес булһа, икенсеһе лә - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә үҙен танытып өлгөргән эшҡыуар.
Сараның тәүге этабында улар Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашлығында үҙҙәре һәм һөнәрҙәренең нескәлеге, абруйы, хеҙмәт баҙарында ниндәй урын биләүе хаҡында класс сәғәте үткәрҙе.
“Изгелек йылыта” тип аталған икенсе турҙа конкурсанттар ветерандарға, яңғыҙ йәшәгән инвалидтарға, пенсионерҙарға, күп балалы ғаиләләргә, балалар йорттарына бушлай сантехника ярҙамы күрһәтергә тейеш ине. Уға ярашлы, Мәләүез командаһы өсөнсө төркөм инвалиды Игорь Кудряшовтың фатирында тулыһынса сантехниканы яңыртты. Канализация үткәрҙе, һыуыҡ һәм эҫе һыу торбаларын, ванна һәм раковинаны алмаштырҙы. Материалдар Рәсәй чемпионатының ойоштороу комитеты һәм “Хыял” хәйриә фонды ярҙамы менән алынған.
Алда - конкурстың өсөнсө туры. Тәүге ике этап һөҙөмтәләре буйынса иң күп мәрәй йыйған командалар апрелдә Силәбелә үтәсәк финал ярышында ҡатнашасаҡ. Унда конкурсанттар теоретик һәм ғәмәли белемен күрһәтәсәк, шулай уҡ улар ижади һәләттәре буйынса ла һынау тотасаҡ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, яҡташтарыбыҙҙың финалға сығыуына беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн www.день-сантехника.рф сайтына инеп, тауыш бирергә кәрәк.
Читайте нас: