Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
13 Март 2020, 13:37

Тормош уңайлығын хәстәрләүселәр

Торлаҡ-коммуналь хужалығы - йәшәйештең мөһим, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле тармағы. Ул һәр ваҡыт яңырыш кисерә, эшмәкәрлекте көйләүсе закондар ҙа әленән-әле үҙгәреп тора. Йорттарҙағы йылы, барлыҡ уңайлы шарттар тап ошо өлкәләге хеҙмәтсәндәрҙең көндәлек эше менән бәйле.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы - йәшәйештең мөһим, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле тармағы. Ул һәр ваҡыт яңырыш кисерә, эшмәкәрлекте көйләүсе закондар ҙа әленән-әле үҙгәреп тора. Йорттарҙағы йылы, барлыҡ уңайлы шарттар тап ошо өлкәләге хеҙмәтсәндәрҙең көндәлек эше менән бәйле.
Белеүебеҙсә, торлаҡ-коммуналь хужалығында алға китеш менән бергә хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел.
Бөгөн райондың был тармағы нисек йәшәй? Ниндәй эштәр башҡарылған һәм киләсәккә ниндәй пландар ҡорола? Беҙ ошо һорауҙарға яуап эҙләнек.
Бөгөн барлығы 17046 йортто (шуларҙың 351-е күп ҡатлы), 38 ҡаҙанлыҡты, 12 үҙәк йылытыу пунктын, 280 километр һыу үткәргес, 100,3 километр йылылыҡ һәм 68,6 километр канализация селтәрҙәрен, 56 һыу башняһын, 9 насос станцияһын, 1204 километр газ селтәрен һәм уның менән бәйле 275 объектты, 4509 километр электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндергән өлкәлә 1153 кеше эшләй.
Йыл һайын башҡарыласаҡ эш планы һәм объекттарҙың йылытыу миҙгеленә әҙерлеген тикшереүсе комиссия төҙөлә.
2017 йылда уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән эш башлаған дәүләт программаһы сиктәрендә 8 йәмәғәт урыны, шуларҙың бишеһе ҡалала: «Ғаилә» скверы, Мәләүез йылғаһы яры, Туғайлы ҡасабаһындағы һәм Йәштәр биҫтәһендәге ял майҙансыҡтары, «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы янындағы сквер, Корнеевка ауылында «Йәштәр» аллеяһы, Нөгөштә «Һаулыҡ», Воскресенский ауылында «Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына» скверҙары төҙөкләндерелә.
«Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы быйыл бөтәһе 7 ихата (уларҙың алтыһы ҡалала булһа, береһе - Ергән ҡасабаһында) сафҡа ингән.
Районда яҡтыртыу ҡоролмаларын ремонтлау буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарылған, киләсәктә улар ауыл ерендә дауам итәсәк.
Республика программаһы сиктәрендә Нөгөш ҡасабаһында күп ҡатлы йорттарҙы индивидуаль йылытыу селтәренә күсереү буйынса проект тормошҡа ашырыла.
Күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлау буйынса ла ыңғай һөҙөмтәләр бар. Барлығы 19 йорттоң ҡыйығы яңыртылған һәм 35 лифт алмаштырылған. Был юҫыҡта эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк.
Уҙған йыл башынан республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә ингәйне. Республикала дүрт төбәк операторы бар, беҙҙең район шуларҙың өсөнсөһө «Эко-Сити» компанияһына ҡарай. Ойошма менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, уның вәкилдәре менән даими осрашыуҙар үткәрелә, ваҡытында кәрәкле мәғлүмәт бирелә, ҡала һәм ауылдарҙа барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.
Район һәм ҡала өсөн 497 евроконтейнер һатып алынһа ла, бөгөн дә уларға мохтажлыҡ бар. Уҙған йылда эре сүп-сар ҡалдыҡтары өсөн 55 бункер (шуларҙың утыҙы ауылдар һәм егерме бише ҡала өсөн) һатып алынған, барлығы 213 сүп-сар йыйыу майҙансығы (районда уларҙың һаны 319-ға етә) булдырылған. Районда уҙған йыл башында теркәлгән рөхсәтһеҙ сүплектең йыл аҙағына тиклем байтағы бөтөрөлгән. Был эш киләсәктә лә дауам итәсәк.
Кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, бынан ярты быуат элек төҙөлгән йорттарҙың, ундағы инженер селтәрҙәренең иҫкереүе арҡаһында килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә халыҡтың йылылыҡ, яҡтылыҡ, газ өсөн тарифтар артыуына ҡағылышлы бөтмәҫ зарын тыңлау ҙа тап торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең өлөшөнә төшә.
Һуңғы арала кешеләр менән аралашҡанда, шулай уҡ интернет селтәрендәге яҙмаларҙы уҡығанда, йыш ҡына зарланыу, кемделер ғәйепләү менән бәйле фекерҙәргә юлығырға тура килә. Күреүебеҙсә, район етәкселеге һәм ҡатмарлы тармаҡ өлкәһендә көс һалғандар тырышлығы менән бөгөн байтаҡ эштәр башҡарылған, ыңғай һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел. Беҙгә бары тик уларға йөҙ менән боролорға, эштәрен күреп өйрәнергә, улар булдырған уңайлы шарттарға һаҡсыл ҡарашта һәм рәхмәтле булырға өйрәнергә кәрәк.
Читайте нас: