Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
23 Июнь 2020, 19:51

Яңы тормош башлау өсөн торлаҡ мотлаҡ

Ипотека-аҡса туплау программаһын 2021 йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге ҡарала.Фото:tver.bezformata.com

Йәш ғаиләнең үҙ торлағы булыу – үҙе бәхет. Айырыуса хәҙерге заманда йәштәр атай-әсәйҙән айырым йәшәүҙе хуп күрә. Төрлө мөхиттә тәрбиәләнгән шәхестәргә яраҡлашыу, уртаҡ тел табыу өсөн дә уңайлы. Торлаҡ алыу йәки төҙөү өсөн аҡса кәрәк, ә яңы тормош башлағандарҙың ундай мөмкинлеге булмауы ла ихтимал. Бындай осраҡта йәш ғаилә банк аша ниндәйҙер процентҡа кредит алырға, бурысҡа батырға мәжбүр. Илдең яҡты киләсәге бөгөнгө йәштәргә бәйле булыуын аңлаған етәкселек торлаҡ алыуҙа төрлө ярҙам тәҡдим итә.
Мәҫәлән, торлаҡ төҙөү өсөн ипотека-аҡса туплау программаһы 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Элек унда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар, балалы ғаиләләр һәм 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр ҡатнаша алды. 2019 йылдың 1 мартынан Радий Хәбировтың ҡарары буйынса был сикләүҙәр бөтөрөлдө. Ипотека-аҡса туплау программаһы өстән алып алты йылға тиклем ике банкта иҫәп асырға мөмкинлек бирә. Ҡатнашыусыларҙың айлыҡ иғәнәһенә республика бюджетынан взностың суммаһынан 30% тиклем премия өҫтәлә. Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр яңы торлаҡ өсөн тәүге взносҡа аҡса туплай ала.
Республиканың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды генераль директоры урынбаҫары Евгений Декатов һүҙҙәренсә, программаны 2021 йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге ҡарала һәм иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге кризисҡа бәйле, программала ирекле ҡатнашыуҙы 2021 йылдың аҙағына тиклем дауам итергә кәрәк. Ул шулай уҡ граждандар йылына 3% ставка менән торлаҡты льготалы кредитлау программаһынан файҙалана алһын өсөн аҡса туплау осороноң минималь срогын бер йылға тиклем кәметергә тәҡдим итә.
Читайте нас: