Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
20 Март 2022, 07:05

Төҙөк, йылы йорт, таҙа ихата – йәмғиәт талабы

Ысын мәғәнәһендә был төшөнсәләр кеше тормошонда мөһим роль уйнай. Йәшәгән урын бөхтә, барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, урам, ихата күркәм булһа, эшләүе лә, йәшәүе лә күңелле. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Әмир Мөнир улы Ғәлиев өлкәлә башҡарылған мәсьәләләргә байҡау яһап, ҡәҙимге эштәр һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.

Төҙөк, йылы йорт, таҙа ихата – йәмғиәт талабы
Төҙөк, йылы йорт, таҙа ихата – йәмғиәт талабы

Ысын мәғәнәһендә был төшөнсәләр кеше тормошонда мөһим роль уйнай. Йәшәгән урын бөхтә, барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, урам, ихата күркәм булһа, эшләүе лә, йәшәүе лә күңелле. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Әмир Мөнир улы Ғәлиев өлкәлә башҡарылған мәсьәләләргә байҡау яһап, ҡәҙимге эштәр һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.

- Райондың торлаҡ-коммуналь хужа­лығы объекттарында тотороҡло эште тәь­мин итеү маҡсатында һәр миҙгелдә план төҙөлә, махсус комиссия эш барышын тикшерә. 15 сентябрҙә йылытыу миҙгеле башланыуға 17689 тораҡ йорт (шул иҫәптән 353 күп фатирлы йорт), 67 һаулыҡ һаҡлау бинаһы, 80 белем биреү объекты, 49 мәҙәниәт учреждениеһы, 37 ҡаҙанлыҡ, 95 километр йылылыҡ селтәре, 12 үҙәк йылылыҡ пункты, 439 километр - һыу үткәргес, 83 километр - канализация, 2 мең 800 километр - электр һәм 1200 километр газ селтәрҙәре әҙер ине. Эш барышында 4,8 километр – йылылыҡ, 1,5 километр - һыу үткәргес, 460 метр – канализация, 5,5 километр электр селтәрҙәре яңыртылды.
Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау - мөһим мәсьәләләрҙең береһе. 2014 йылдан алып ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, был эш менән “БР Төбәк операторы” фонды шөғөлләнә.
2021 йылда 19 күп фатирлы йортта 79 миллион һумлыҡ капиталь ремонт башҡарылды: 11 йортта ҡыйыҡ төҙөкләндерелде, 6 йортта 15 лифт алмашты­р­ыл­ды, 2 йортта электр менән тәьмин итеү системаһы ремонтланды. Быйыл тағы ла 5 күп фатирлы йортто төҙөкләндереү планлаштырыла, бының өсөн 28,7 миллион һум сарыф ителәсәк. Шулай уҡ 6 йорттоң 26 подъезына 13,5 миллион һумлыҡ ремонт үткәреү күҙаллана.
2019 йылдың беренсе ғинуарынан Башҡортостан буйынса сүп-сар йыйыу төбәк операторҙары аша башҡарыла башлағайны, республикала улар дүртәү. Беҙҙең район өсөнсөһөнә – “ЭКО-Сити” компанияһына ҡарай. Бүлек улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, кәрәкле мәғлүмәт ваҡытында еткерелә, төбәк операторҙары вәкилдәре менән йыш ҡына кәңәшмәләр, эшлекле һөйләшеүҙәр үтә. Санкцияланмаған сүплекте асыҡлау маҡсатында бөтә тораҡ пункттар тикшерелде. 3 йыл эсендә 1523 берәмек евроконтейнер һатып алынды һәм беркетелде. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 514 майҙансыҡ төҙөлдө. Киләсәктә лә сүпте йыйыу өсөн өҫтәмә урындар төҙөү дауам итәсәк.
Дөйөм оҙонлоғо 745,02 километр тәшкил иткән автомобиль юлдарына иғтибар күп бирелә. Уҙған йылда уны тәртиптә тотоу өсөн 182813,50 мең һум аҡса бүленде. Район биләмәһендәге автомобиль юлдарын ремонтлау буйынса түбәндәге подрядсылар яуаплы: “Инфодор строй”, “Стройтранс М” йәмғиәттәре, эшҡыуарҙар А.С. Пилтоян, А.А. Герасимов. Уҙған йәй Дәүләтҡол ауылы эргәһендәге Һуҡайлы йылғаһы аша инеү юлдарын түшәүгә, һыу үткәреү торбаларын һалыуға 2700403 һум аҡса тотонолдо.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса икенсе йыл рәттән яҙ айында үлсәү приборҙарын ҡулланып, төбәк, муниципаль автомобиль юлдарындағы, ихата һәм йәмғиәт урындары биләмәләрендә соҡорҙарҙы иҫәпләү эше башҡарыла. 2020 йылда соҡорҙарҙы ремонтлау 15 апрелдән башланып, 15 июнгә тиклем дауам ит­те. Былтыр дөйөм майҙаны 13519,16 квадрат метр тәшкил иткән 2489 соҡор иҫәпләнгәйне. Юл хәрәкәте хәүефһеҙле­ген тәьмин итеү маҡсатында 200 билдә ҡуйылды, 13513 километр оҙонлоҡта го­ризонталь аҡ һыҙыҡтар һыҙылды. Буранғолов, Смоленский урамдарында, Дан бульварында 1986 метрҙа барьер беркетелде.
Быйыл ҡыш ҡала биләмәһе урам-юл селтәрен тәртиптә тотоу өсөн өс муниципаль контракт төҙөлдө, юлды таҙар­тыуға йәмғеһе 41 берәмек техника йәлеп ителде. Ауыл биләмәләрендә 16 берәмек ҡар таҙартыусы техника бар, 5 берәмек агрегат менән өҫтәмә килешеү төҙөлгән. Квартал эсендәге ихата биләмәләре “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы”, “2-се торлаҡ ремонтлау эксплуатациялау участкаһы”, “Альфа”, “Дом-Сервис” йәмғиәттәре тарафынан тәртиптә тотола.
Быйыл республика һәм өлөшләтә ра­йон бюджеты иҫәбенән 35 миллион 500 мең һумлыҡ 10 берәмек техника һатып алыу күҙаллана. Ихата биләмәләрен, күп фатирлы йорт ҡыйыҡтарын таҙартҡан идарасы компанияларҙың эшен профилактикалау, контролдә тотоу маҡсатында хакимиәт белгестәре аҙна һайын тикшереү үткәрә.
“Йәшел хужалыҡ” учреждениеһы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн ҡуйылған контейнер майҙансыҡтары өсөн яуаплы, ҡар даими таҙартыла.
Быйылға ҡуйылған пландар йыл эсендә бойомға ашасаҡ. Район, ҡала биләмәһен таҙа тотоу, тәртип һаҡлау, төҙөкләндереү – беҙҙең бурыс.

Төҙөк, йылы йорт, таҙа ихата – йәмғиәт талабы
Төҙөк, йылы йорт, таҙа ихата – йәмғиәт талабы
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: