ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
11 Август 2022, 08:40

Төҙөлөш бар ерҙә тормош бар

Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа төҙөлөш фирмаһының эшмәкәрлеге туҡталып ҡалмағанмы, шул турала “Мастер А”-ға нигеҙ һалыусы, теүәлерәк әйткәндә генераль директорҙарҙың береһе Алексей Вибе менән әңгәмәләшергә насип булды.

Төҙөлөш бар ерҙә тормош бар
Төҙөлөш бар ерҙә тормош бар

 

Төҙөүсе һөнәре элек-электән маҡтауға, хөрмәткә лайыҡ. Уларҙың тырышлығы менән Мәләүезебеҙ йылдан-йыл матурая, яңы йорттар, спорт майҙансыҡтары, социаль обьекттар ҡалҡып сыға. Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың төҙөлөш тармағында эшләүселәр һөнәри байрамын билдәләй.

Шул ойшомаларҙың береһе - эшкә бар күңелен һалып башҡарған һәм теләктәренә ирешкән “Мастер А” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт белгестәре.  Миҫалға, “Тирмән” торлаҡ комплексы, ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамындағы йорттарҙың биҫтәлә йәшәгәндәр генә түгел, бер күҙ һалып үткәндәр ҙә уның уңайлы, кешегә йәшәү өсөн бар уңайлы шарттар  менән төҙөлгәнен күҙ уңынан ысҡындырмай. Айырым машиналар өсөн парковка, балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡоймаланған майҙансыҡ. Ә унда, теләйһең икән, теннис уйна, баскетбол, волейбол менән шөғөллән, түтәлдә сәскә үҫтер - минеңсә, бында йәшәгән һәр быуын вәкиленең теләге ҡәнәғәтләндерелгәндер кеүек.

Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа төҙөлөш фирмаһының эшмәкәрлеге туҡталып ҡалмағанмы, шул турала “Мастер А”-ға нигеҙ һалыусы, теүәлерәк әйткәндә генераль директорҙарҙың береһе Алексей Вибе менән әңгәмәләшергә насип булды.

  • Алексей Васильевич, хәҙерге осорҙа төҙөлөш эшен алып барыуы, аҙаҡтан фатирҙарҙы һатыу ауырға төшәме?
  • Иҫләһәгеҙ, былтырҙан бар төҙөлөш материалына, бигерәк тә тимергә хаҡ күтәрелде. Бер аҙҙан кире төштө кеүек. Төҙөлөш материалын ситтән, миҫалға, плитәне - Ырымбурҙан, кирбесте Толбазынан һатып алабыҙ.Шулай ҙа халыҡтың һатып алыу мөмкинлеген күҙ уңында тотмай булмай. Мәҫәлән, Өфөлә фатирҙың хаҡын квадрат метрын 100 мең менән иҫәпләһәләр, Мәләүездә - осһоҙораҡ.

Төҙөлөштө йыл әйләнәһенә алып барабыҙ: көҙөн башлайбыҙ һәм көҙөн тапшырабыҙ. Һыуыҡтар төшкәнсе нигеҙен һалып ҡалдырһаҡ, стеналарын күтәреү ҡыш атҡарыла. Балта оҫталары ғинуарҙан февралгә тиклем эшләй. Ни өсөн һалҡындар төшкәнгә ҡала был ташсы эше, тип уйлайһығыҙҙыр. Беренсенән, беҙҙә эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ, йәйгеһен күптәр оҙон аҡса артынан Себергә юллана, ҡышҡа кире ҡайталар. Икенсенән, йәй миҙгелендә ташсы һөнәренең эш хаҡы ла күтәрелә. Иҙелмәгә өҫтәмә компонеттар өҫтәргә тура килә, әлбиттә, уныһы тағы ла өҫтәмә сығымдарға килтерә, ә башҡа юл юҡ.

Йылына 60-70-ләп фатир тапшырабыҙ, күберәк төҙөргә лә мөмкинлек бар ҙа, Мәләүез ҡалаһында торлаҡ менән сауҙа итеү мөмкинлеге сикле.

Фатирҙы төҙөгәндә, халыҡтың теләген һәр саҡ иҫәптә тотабыҙ. Йылылыҡ өсөн ҡышын да, йәйен дә үҙ кеҫәһенән сығарып артыҡ аҡса түләмәһен өсөн газ менән индивидуаль йылытыу системаһы ҡулланыла, “йылы иҙән” йәйелгән.  Йәй көнө уны һүндерергә лә мөмкин.  

Шуға ла күпселек халыҡ заманса фатир алыуға өҫтөнлөк бирә, икенсел торлаҡтарға ҡарағанда беҙ төҙөгәндәрҙекенә хаҡы юғарыраҡ булһа ла, ул торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең әҙлеге менән һатып алыуға түккән аҡса ҡапланыла.

  • Ҡалала һеҙгә конкуренттар бармы?
  • Бар, улар күбеһенсә баш ҡалала төҙөлөш алып бара, беҙ иһә Мәләүездә төпләнгәнбеҙ, ошонда эшләргә маҡсат ҡуйғанбыҙ.
  • “Мастер А” йәмғиәте тураһында һөйләп үтһәгеҙсе.
  • Фирманың барлыҡҡа килгәненә быйыл ике тиҫтә йыл булды. Төп таянысыбыҙ - үҙ һөнәрен яҡшы үҙләштергән инженер-техник белгестәр,  һөнәрселәр бригадаһын йыл да яллайбыҙ.

20 йыл дәүерҙә бай тәжрибә тупланыҡ. Мәҫәлән, беҙҙҙең өсөн 9 ҡатлы йорт төҙөү  күп сығым талап итә, тип иҫәпләйбеҙ. Ҡаланан йыраҡ булмаған майҙандарҙа, иҫке барактарҙы, йорттарҙы емереп, уның урынына биш ҡатлы йорттар төҙөйбөҙ. Әлбиттә, кәртәләр ҙә юҡ түгел. Хәтерләһәгеҙ, 90-сы йылдарҙа шәхси йорт төҙөлгән ерҙе хосусилаштырыу мөмкинлеге бирелгән ине. Иҫке йортын һатып, яңыһына күсергә теләгәндәр бар, ә бер иҫке генә йорттоң хужаһы аяҡ терәп ҡаршылашырға, ҙур аҡса талап итергә мөмкин.

Йорт проектын төҙөүҙә бөгөн Салауат ҡалаһы архитекторҙары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әйткәндәй, уларҙың хеҙмәтенә лә хаҡ былтырҙан икеләтә артты. Сығымдар ҙа күп, шулай ҙа рентабелле эшләргә тырышабыҙ. Ярҙам һорап килгәндәрҙе кире бороп сығармайбыҙ, мәсеткә, сиркәүгә, инвалидтар ойошмаһына, уҡыу йорттарына ярҙам итәбеҙ.

  • Минеңсә, матурлыҡ һәм уңайлыҡ тыуҙырған төҙөүсе һөнәре эйәләре үҙҙәренә тере һәйкәл һала. Игелекле хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, халыҡ рәхмәтен ишетергә яҙһын һеҙгә, һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ.
  • Рәхмәт.

 Әҡлимә ИМАМОВА әңгәмәләште.

Һүрәттә: “Мастер А” яуаплылығы сикләнгән ойошма етәкселеге Роман Мизин, Алексей Вебе, Максим Мизин.

Күп ҡатлы йорт алды тротуарҙарында тиҙҙән туыҡылдатып туфли менән йөрөргә мөмкин буласаҡ.

“Халыҡҡа йәшәргә уңайлы фатирҙар төҙөйбөҙ”, - ти Алексей Вибе.

Автор фотоһы.

Төҙөлөш бар ерҙә тормош бар
Төҙөлөш бар ерҙә тормош бар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: