Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
30 Декабрь 2022, 09:05

Өмөттәр тормошҡа ашҡанда

Үҙ өйөң - үҙ көйөң тип әйткәндәрен ишеткәнегеҙ бар, әлбиттә. Өйлө булыу һәр кем өсөн ҙур бәхет. Үҙ ҡыйығың аҫтында ятыр урының, ашарға бешерер усағың булыуы уңайлы. Өйлө кешенең күңеле үҙ урынында, сөнки был йортҡа һин хужа. Өйҙө ҡала фатиры менән сағыштырырлыҡ та түгел, әлбиттә. Тәбиғәт балаһы ҡайҙа булһа йәшәргә күнегә ул, шулай ҙа ишек алдына сығып йәшелсәһен үҫтереп, мал аҫрап йәшәп өйрәнгән әҙәм ергә яҡыныраҡ булыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Тик уны һалыуы ғына ауыр. Өйәһең, өйәһең, йылдар үтә, кемдер ярты юлда ташлап ҡуя. Кемдеңдер төҙөлөшкә аҡса етмәгәнлектән туҡтап ҡала. Ҡиммәтселек заманында күптәр йорт һалырға йөрьәт итмәй. Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы Оксана (мулла ҡушҡан исеме - Ләйсән) Вәлиуллинаға Сәйет ауылында йорт асҡысы тапшырылды.

Өмөттәр тормошҡа ашҡанда
Өмөттәр тормошҡа ашҡанда

Ул 10 йылдан ашыу “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең ит эшкәртеү цехында эшләй. Малдың эс-ҡарынын йыуып, малдың түшкәһен эшкәртеү ҡул көсөн дә, таҫыллыҡ та талап итә. Тормош иптәше Рим Рамазан улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн Радмир хеҙмәт итә, 17 йәшлек Вилдан һөнәри уҡыу йортонда белем ала. Әйткәндәй, Ләйсән – рухи яҡтан көслө ханым, сөнки ғаиләлә ул берҙән бер аҡса табыусы: тормош иптәше һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнгән.

Яңы йылда улар яңы йортта ҡаршыланы. Ҡотло булһын йортоғоҙ, бәхет, татыулыҡ, муллыҡ ташып, табындарығыҙ - мул, дуҫ-туғанға, йыр-моңға урын  иң түрҙән булһын урын!

Өмөттәр тормошҡа ашҡанда
Өмөттәр тормошҡа ашҡанда
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: