Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
3 Ғинуар 2023, 12:00

Йылылыҡ өсөн түләү ҡулланылған ресурстар күләменән һәм тарифтан тора

Йортта йылылыҡ ҡулланыу күләменә, тимәк, йылылыҡ өсөн түләү күләменә лә, бер нисә фактор йоғонто яһай

Йылылыҡ өсөн түләү ҡулланылған ресурстар күләменән һәм тарифтан тора
Йылылыҡ өсөн түләү ҡулланылған ресурстар күләменән һәм тарифтан тора

1.Тышҡы һауа температураһы - урамда һыуығыраҡ булған һайын фатирҙарҙа йылы мөхит булдырыу өсөн өйгә йылы күберәк кәрәк.

Мәҫәлән, октябрҙә уртаса һауа температураһы +4,9°С, ә ноябрҙә –3,1°С булды, ти, йорттар йылыны күберәк ҡуллана һәм йылытыу өсөн түләү ҙә арта. Декабрҙә уртаса температура ноябрҙәгенән түбәнерәк, тимәк, йылылыҡ өсөн сығым да артасаҡ.

Яҙғыһын үҙгәрештәр икенсе яҡҡа буласаҡ - ай һайын йорт йылылыҡты әҙерәк тотона, тимәк, түләүҙәр ҙә кәмейәсәк.

2. Идарасы компания тарафынан йорт эсендәге йылытыу системаһын сифатлы көйләү. Әгәр йортта йылытыу системаһы яйға һалынған булһа, башҡаларға ҡарағанда был йортта йылы аҙыраҡ тотонола.

3. Йортта энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары, мәҫәлән, һауа торошон көйләү буйынса үҙаллы идара итеү системаһы ҡуйыу.

Йылылыҡ буйынса һорауҙарығыҙ булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

8 (347) 294-94-00 – Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының ҡыҙыу элемтәһе
8 (347) 277-09-11 – Өфө ҡалаһындағы Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең ситуация үҙәге
8 (347) 235-48-00 – Өфө ҡалаһының Торлаҡ хужалығы идаралығы муниципаль бюджет учреждениеһы диспетчерҙары
8 (800) 511-30-15 – «БашРТС» ЯСЙ
8 (800) 250-52-80 – Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре муниципаль унитар предприятиеһы

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас: