Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
5 Апрель 2023, 14:25

Башҡортостанда 60 мең самаһы мохтаж граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртты

Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа йыллыҡ отчет менән сығыш яһап, Премьер-министр Андрей Назаров төҙөлөш комплексы эшен дә билдәләне

Башҡортостанда 60 мең самаһы мохтаж граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртты
Башҡортостанда 60 мең самаһы мохтаж граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртты

- Беҙ финанслауҙы күп тапҡырға арттырҙыҡ. Дүрт йыл эсендә-12 миллиард һум самаһы. 41 425 кеше туранан-тура торлаҡ менән тәьмин ителгән (етем балалар һәм инвалидтар) йәки уны һатып алыуға сертификаттар алған (күп балалы һәм йәш ғаиләләр, һуғыш ветерандары, мәжбүри күскенселәр, беренсе бала тыуғанда), - тине Андрей Назаров. Алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү буйынса Башҡортостан республикаһы иң күп граждандарҙың хоҡуҡтары тергеҙелгән тәүге биш төбәк иҫәбенә инде. - Һуңғы дүрт йылда 7 842 өлөшсө хоҡуҡтарын тергеҙгән. Был мәсьәләнең бөтә тарихында иң юғары нөктә. Проблемалы объекттар реестрынан 117 йорт сығарылған, өҫтәүенә былтыр уларҙың иң күбе, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Башҡортостанда 60 мең самаһы мохтаж граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртты
Башҡортостанда 60 мең самаһы мохтаж граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртты
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: